+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Февраль 2022, 08:45

Мигранттарҙы тиҙ арала үҙ илдәренә ҡайтарып ебәрергә саҡырҙы ил башлығы

Мигранттар араһында экстремизмға бәйле теләһә ниндәй хоҡуҡ боҙоуҙар уларҙы тиҙ арала илдән ҡыуыу менән тамамланырға тейеш. Был турала Рәсәй президенты Владимир Путин белдерҙе, тип яҙа ТАСС.

#ВладимирПутин

Дәүләт башлығы экстремистарҙың ғәмәлдәрен, төрлө радикалдарҙың интернетты файҙаланырға тырышыуҙарын нейтралләштереүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләй.

Президенттың һүҙҙәренә ҡарағанда, экстремизмға ҡаршы һөҙөмтәле көрәш миграция тармағына бәйле. Рәсми булмаған миграцияға, шулай уҡ үҙҙәренең криминаль бизнестарын төҙөгән енәйәти төркөмдәр эшмәкәрлегенә ҡаршы етди саралар ҡабул итергә кәрәк.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Фото: пресс-служба Администрации президента РФ

Автор:
Читайте нас: