+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Февраль 2022, 15:00

Кремль Рәсәйгә ҡаршы санкцияларға яуап саралары ҡабул ителәсәген вәғәҙә итте

Көнбайыштың яңы санкцияларына Рәсәйҙең яуап саралары буласаҡ. Уларҙы Кремлдең вәкиле Дмитрий Песков вәғәҙә итте, тип яҙа ТАСС. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, санкцияларҙың тигеҙ йәки тигеҙ булмауы рестрикцияларҙың анализынан торасаҡ.

#ВладимирПутин

Көнбатыштың яңы санкцияларына Рәсәйҙең яуап саралары буласаҡ. Уларҙы Кремлдең вәкиле Дмитрий Песков вәғәҙә итте, тип яҙа ТАСС. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, санкцияларҙың тигеҙ йәки тигеҙ булмауы рестрикцияларҙың анализынан торасаҡ.

Элегерәк Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Климов көнбатыш илдәренең санкцияларының уларҙы ҡабул иткән дәүләттәргә зыян килтереү мөмкинлеге тураһында белдергәйне. Уның фекеренсә, Көнбатыш лидерҙарының Рәсәй иҡтисады өсөн яңы сикләүҙәр тураһындағы белдереүҙәрендә бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ.

24 февралдә Рәсәй президенты Владимир Путин Донбасты яҡлау буйынса махсус хәрби операция үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итеүе тураһында иғлан итте. Был турала ул халыҡҡа мөрәжәғәтнамәһе барышында белдерҙе. Путин шулай уҡ Рәсәй өсөн хәүеф булдырырға тырышасаҡ тышҡы көстәргә лә мөрәжәғәт итте.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru.

Читайте нас: