+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Март 2022, 14:34

Путин Рәсәй спортсыларын халыҡ-ара турнирҙарҙан ситләштереүҙәрен баһаланы

«Бына шундай сәйәсәткә бәйле булмаған спорт», - тине дәүләт башлығы, атлеттарға ҡаршы ҡабул ителгән санкцияларға ҡарата үҙ фекерен белдереп. Февраль аҙағында халыҡ-ара спорт ойошмалары рәсәйлеләрҙе турнирҙарҙан ситләштерә башланы.

#ВладимирПутин

Рәсәй президенты Владимир Путин Рәсәй спортсыларын халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыуҙан ситләштереүҙәрен тәнҡитләне. Был турала РИА Новости хәбәр итә.

«Бына шундай сәйәсәткә бәйле булмаған спорт», - тине дәүләт башлығы, атлеттарға ҡаршы ҡабул ителгән санкцияларға ҡарата үҙ фекерен белдереп. Февраль аҙағында халыҡ-ара спорт ойошмалары рәсәйлеләрҙе турнирҙарҙан ситләштерә башланы.

Футбол, хоккей, саңғы ярыштары һәм биатлон кеүек ҡайһы бер дисциплиналарҙа спортсылар ярыштарҙан тулыһынса ситләштерелгән. Автоспортта, велоспортта, тенниста рәсәйлеләр сығыштарын нейтраль статуста дауам итә ала.

13 мартта «Германия өсөн альтернатива» партияһынан Европарламент депутаты Кристин Андерсон Рәсәй спортсыларын яҡлап сығыш яһаны. Ул Рәсәй атлеттарына ҡаршы санкцияларҙы расизм тип атаны.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Автор:
Читайте нас: