Сәйәсәт
28 Мая 2022, 05:15

Путин федераль суд судьяларын тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин федераль суд судьяларын тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин федераль суд судьяларын тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ 23 майҙа рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, алты йылға Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды рәйесе итеп Николай Архиереев тәғәйенләнде.

Бынан тыш, Рәсәй Президенты указы менән хәҙер Дәүләкән районы суды рәйесе — Светлана Вяткина, Өфөнөң Калинин районы суды рәйесе урынбаҫары — Марсель Ишкубатов.

Марат Ғәлләмов, Лилиә Кәлимуллина һәм Ирек Сәлимов Башҡортостандың Юғары суды судьялары итеп тәғәйенләнде. 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-05-24/vladimir-putin-naznachil-novogo-predsedatelya-arbitrazhnogo-suda-bashkirii-2815198

Автор:
Читайте нас