Сәйәсәт
30 Июня 2022, 10:13

Путин Иран президенты менән осрашты

Рәсәй  бер нисә мәсьәлә буйынса Иран  менән даими үҙ-ара эш итә.  #ВладимирПутин

Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин Иран Президенты  Ибраһим Раиси менән осрашыу барышында белдерҙе. «Беҙ хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса үҙ-ара эш итәбеҙ, «ҡыҙыу нөктәләрҙә», Сүриәлә эшләйбеҙ. Фекер алышырлыҡ мәсьәләләребеҙ бар», - тип билдәләне Рәсәй лидеры. И.Раиси, үҙ сиратында, В. Путинға Каспий буйынса транспорт, транзит, балыҡсылыҡ һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә тәҡдим итте.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас