-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Июль 2022, 12:08

Владимир Путин менән Никол Пашинян аралашты

Пашинян Путинға Әрмәнстан менән Төркиә мөнәсәбәттәрен яйға һалыу буйынса бәйләнештәр алып барылыуы хаҡында хәбәр итте. #ВладимирПутин

Владимир Путин менән Никол Пашинян аралашты
Владимир Путин менән Никол Пашинян аралашты

Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашинян телефон аша аралашты. Улар  Рәсәй, Әрмәнстан һәм Азербайжан лидерҙарының өс яҡлы килешеүҙәрен тормошҡа ашырыу, шулай уҡ Әрмәнстан менән Азербайжан илдәре сигендәге хәүефһеҙлек һәм Көньяҡ Кавказдағы иҡтисади һәм транспорт бәйләнештәрен тергеҙеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

       Ошо йылдың 14 ғинуарында  Төркиә һәм Әрмәнстан вәкилдәре Мәскәүҙә ике яҡ мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу буйынса осрашыу үткәргәйне. Һөйләшеүҙәрҙән һуң Пашинян Төркиә менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыу ихтималлығын атаны.

Шулай уҡ,  15 мартта Әрмәнстандың Сит ил эштәре министрлығы башлығы Арарат Мирзоян илдең дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырырға һәм Төркиә менән сикте асырға әҙер булыуы хаҡында хәбәр итте. Ике дәүләттәр араһындағы сик 1993 йылда Анкараның башланғысы менән СССР тарҡалғандан һуң киҫкенләшкән Таулы Карабахтағы низағҡа ҡаршы протест йөҙөнән ябылғайны.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: