+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Сентябрь 2022, 09:35

Радий Хәбиров һайлау буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы

2023-2024 йылдарҙағы мөһим һайлауҙар циклына старт бирелде.

Радий Хәбиров һайлау буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы
Радий Хәбиров һайлау буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе алдында торған төп бурыстарҙы атаны. Шул рәүешле төбәк етәксеһе 2023-2024 йылдарҙағы һайлау циклына старт бирҙе.

- 2022 йылда республикала урындағы үҙидаралыҡ органдарына өҫтәмә һайлауҙар үтте. 156 алмаштырыласаҡ мандаттың 137-һе - «Берҙәм Рәсәй»ҙән депутаттар булыуы ҡыуаныслы. Коллегаларымды был  яҡшы һөҙөмтә менән ҡотлайым, - тине Радий Хәбиров. - Киләһе йыл да  бик мөһим булмаҡсы. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы - Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайға һайлау уҙғарыла. Уның депутаттары әлеге ваҡытта бик әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләй. Парламентыбыҙҙың яңыртылған составы ла шундай уҡ көслө булыр тип ышанам. Бынан тыш, беҙ ауыл советтарына 8 мең депутат һайлаясаҡбыҙ. Ә 2024 йылда Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлауҙар була. Был - етди бурыс. Был ваҡиғаларға әҙерлеккә һәм уны үткәреүгә мөмкин тиклем яуаплы ҡарарға кәрәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: