+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Сентябрь 2022, 17:00

Башҡортостанда ЛДНР, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән күскенселәр референдумда тауыш бирә ала

2022 йылдың 27 сентябрендә Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәһендә ошо төбәктәрҙең Рәсәй Федерацияһы составына инеүе буйынса референдумдар уҙғарыла.

Башҡортостанда мәжбүри күскенселәр өсөн һайлау участкалары ойошторолған, улар бында Рәсәй составына инеүгә бәйле үҙ фекерен белдерергә мөмкин.

Ошо йәһәттән уларға референдумдарҙың участка һайлау комиссиялары ярҙам күрһәтә.

Башҡортостанда тауыш биреү көндәре:

▪️ 2022 йылдың 23-26 сентябрендә – Башҡортостан Республикаһы буйынса тауыш биреү өсөн бинанан ситтә һайлаусылар төркөмө өсөн;

▪️ 2022 йылдың 27 сентябрендә – тауыш биреү өсөн бинала, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында.

Референдумда ҡатнашыу өсөн паспорт йәки Рәсәйгә килгәнсе Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәһендә йәшәгәнде раҫлаған теләһә ниндәй документ кәрәк.

Референдумда ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса колл-үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин:

8-800-200-00-20 – бушлай күп каналлы телефон;

8-800-347-54-54 – Башҡортостан Республикаһында референдум буйынса сит ил һайлау комиссияларының ҡыҙыу линияһы эшләй. Уның эш ваҡыты: иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем.

"Башинформ"дан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: