Сәйәсәт
23 Сентября 2022, 12:10

Хәүефһеҙлек Советының даими ағзалары менән кәңәшмә

Ил Президенты видеоконференция режимында Хәүефһеҙлек Советының даими аағзалары менән оператив кәңәшмә үткәрҙе. #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google

 

 Ил башлығы Хәүефһеҙлек Советының даими ағзалары менән видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин, Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин, Президент хакимиәте етәксеһе Антон Вайно, Хәүефһеҙлек Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев, Хәүефһеҙлек Советы секретары Николай Патрушев, Эске эштәр министры Владимир Колокольцев, федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте директоры Александр Бортников, шулай уҡ Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко, мәғариф министры Сергей Кравцов ҡатнашты. Кәңәшмәлә юғары мәктәп системаһында, мәғариф системаһында әхләҡи, патриотик тәрбиә буйынса эште ойоштороуға бәйле мәсьәләләре ҡаралды.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас