+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Сентябрь 2022, 10:20

Тиҙерәк аңлаһалар, тиҙерәк бөтәсәк

Иғлан ителгән өлөшләтә мобилизация – мәжбүри сара. Ул Юғары баш командующий ҡуйған бурыстарҙың һөҙөмтәле үтәлешен тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк

Тиҙерәк аңлаһалар, тиҙерәк бөтәсәк
Тиҙерәк аңлаһалар, тиҙерәк бөтәсәк

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев  ил Президенты Владимир Путиндың халыҡҡа мөрәжәғәте һәм өлөшләтә мобилизация иғлан итеүе тураһында үҙ фекерен белдерҙе. 

– Күптән түгелге Донбассҡа сәфәрем барышында мин унда йәшәүселәрҙең үҙҙәрен Рәсәй менән тулыһынса бергә күреүҙәрен, үҙҙәрен уның бер өлөшө тип иҫәпләүен, киләсәген уның менән бәйләүен күреп инандым. Донбасс төбәктәрендәге референдум эштәрҙең реаль хәлен юридик яҡтан теркәргә тейеш. Украина составында үткән йылдар уларға бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ килтермәне. Киев властары һәм олигархтар халыҡ тураһында хәстәрлек күрмәйенсә, мөмкин булғандың барыһын да тартып алды. Һуңғы йылдарҙа иһә был сәйәсәт, террор һәм геноцид кимәленә етеп, бөтә сиктәрҙе үтте. Хәҙер референдумды оператив үткәреү, уның асыҡлығын, бөтә граждандарҙың ҡатнашыу мөмкинлеген тәьмин итеү мөһим. Һүҙ Донбасс биләмәләрендәгеләргә генә түгел, мәжбүри күскенселәргә лә ҡағыла. Беҙҙең республика территорияһында улар меңдән ашыу. Улар өсөн Стәрлетамаҡ районында һәм Өфөлә тауыш биреү пункттары ойоштороласаҡ. Бынан тыш, был кешеләр урындарҙа тауыш бирә алһын өсөн улар урынлашҡан барлыҡ муниципалитеттарға барасаҡтар.

Сәйәсәттә инаныу һәм мәжбүр итеү төп алымдар булып тора. Үкенескә күрә, Украина һәм “коллектив Көнбайыш” менән үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙ нигеҙенә һалынған инандырыу һөҙөмтә бирмәне, көсһөҙлөк тип ҡабул ителде. Рәсәй яғы быға оҙаҡ ваҡыт ҡаршы килһә лә, тап улар беҙҙе мәжбүр итеүгә күсергә мәжбүр итте. Иғлан ителгән өлөшләтә мобилизация – мәжбүри сара. Ул Юғары баш командующий ҡуйған бурыстарҙың һөҙөмтәле үтәлешен тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, һис шикһеҙ, Рәсәй Президенты ҡабул иткән ҡарарҙарҙы хуплай. Улар, шул иҫәптән закондар сығарыу яғынан да мәсьәләләр комплексын хәл итеүҙе күҙ уңында тота. Беҙгә ҡануниәтте ысынбарлыҡҡа ярашлы үҙгәртергә, иҡтисадта тотороҡло хәлде тәьмин итергә, халыҡтың бөтә категорияларына, тәү сиратта, социаль яҡланмаған, аҙ тәьмин ителгәндәргә ҡарата ярҙам тураһында ҡарар ҡабул итергә кәрәк буласаҡ. Айырым сараларҙы хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә таратырға кәрәк.

Һәр һуғыш тыныслыҡ менән тамамлана, һәм Киев властары, уларҙың кураторҙары быны аңлап, һөйләшеүҙәр алып барыу процесына ни тиклем әүҙем инһә, дәүләтебеҙ өсөн генә түгел, Украина һәм бөтә донъя өсөн дә шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ, - тине ул. 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: