+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Сентябрь 2022, 09:10

Чиновниктар социаль селтәрҙә эшләргә тейеш

"Хәҙер беҙ иң мөһим нимәнән сүп-сарҙы тыныс һәм ышаныслы рәүештә айырырға өйрәндек".

Чиновниктар социаль селтәрҙә эшләргә тейеш
Чиновниктар социаль селтәрҙә эшләргә тейеш

Башҡортостан Башлығы ҡарары буйынса, урындағы үҙидара  һәм башҡарма власть органдары социаль селтәрҙәрҙә үҙ сәхифәһен булдырҙы һәм уларҙың аҙнаһына кәм тигәндә дүрт тапҡыр яҙма урынлаштырырға тейешлеге билдәләнде. Сентябрь айына өс социаль селтәрҙә бөтә райондар һәм район башлыҡтары, министрлыҡтар һәм министрҙар үҙ сәхифәләрен алып бара. Республика чиновниктарының уҡыусылары – бер миллионға яҡын.

Был халыҡҡа иң мөһим ваҡиғалар  тураһында мәғлүмәт бирергә, уларҙың мөрәжәғәттәренә оператив рәүештә яуап бирергә ярҙам итә. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, властың төп бурысы – социаль селтәрҙәргә инеп, унда эшләү, дөрөҫ булмаған хәбәрҙе кире ҡағып, позитив көн тәртибен алып барыу.

– Хәҙер беҙ иң мөһим нимәнән сүп-сарҙы тыныс һәм ышаныслы рәүештә айырырға өйрәндек. Социаль селтәрҙәр беҙҙең аҙымдарыбыҙҙың дөрөҫлөгөн йәки дөрөҫ булмауын иҫбатлаған күрһәткес булып тора, власты әҙерлектә тота һәм кешеләрҙең проблемаларын тиҙ белергә ярҙам итә, – тип иҫәпләй Радий Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй буйынса бөтә ведомство һәм ярҙамсы ведомство учреждениеларының рәсми сәхифәләре ошо йылдың 1 декабренә булдырылырға тейеш. Шул иҫәптән уларға министрлыҡтар, ҡала-район хакимиәттәре, мәктәптәр, дауаханалар ҙа инә. Был талап ошо йылдың 14 июлендәге №270-ФЗ  федераль закон менән нығытылған.

Граждандар һәм дәүләт органдары менән бәйләнеш мөмкинлектәре Kazan Digital Week форумында Һанлаштырыу министрлығы, VK һәм “Диалог Төбәктәр” ойошмалары тарафынан ҡаралды. “Диалог Төбәктәр”ҙең генераль директоры Владимир Табак әйтеүенсә, социаль селтәрҙән ҡулланыусы 46,6 миллион кеше – “Бәйләнеш”тә. Уның аудиторияһын 100 миллион ҡулланыусы тәшкил итә, ул – Рәсәйҙә аралашыу өсөн иң популяр майҙан.

Һанлаштырыу министрлығы етәксеһе Мәҡсүт Шадаев билдәләүенсә, дәүләт органдары социаль селтәрҙәр майҙанына килергә һәм улар менән файҙаланырға өйрәнергә тейеш. Был ил халҡы менән аралашыуҙы ябайлаштырасаҡ, социаль коммуникациялар сифатын яҡшыртасаҡ.

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: