-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Октябрь 2022, 18:09

Путин Эрдоганға Төркиәлә тағы ла бер газ хабын төҙөргә тәҡдим итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең төрөк коллегаһы Рәжәп Эрдоганға Төркиә биләмәһендә тағы ла бер газ хабы ойошторорға тәҡдим итте.  #ВладимирПутин

Путин Эрдоганға Төркиәлә тағы ла бер газ хабын төҙөргә тәҡдим итте
Путин Эрдоганға Төркиәлә тағы ла бер газ хабын төҙөргә тәҡдим итте

Ул өсөнсө илдәргә яғыулыҡ ҡуйыу  өсөн генә түгел, энергия сығанаҡтарына хаҡтарҙы билдәләү өсөн дә майҙансыҡ була ала, тип күҙаллана. Астанала ике ил лидерҙарының осрашыуы барышында ошо хаҡта белдерелде.

      «Әгәр Төркиәнең һәм башҡа илдәрҙән беҙҙән газ һатып алыу тураһында ҡыҙыҡһыныуы бар икән, тағы ла бер газ үткәргес системаһын төҙөү мөмкинлеген ҡарай алыр инек», - тине Рәсәй Президенты. «Төньяҡ ағымдары» буйлап туҡтатылған газ транзиты күләмен Рәсәй, Ҡара диңгеҙ төбәгенә күсереп, «Төркиә ағымы» аша Төркиә биләмәһендә хаб төҙөп Европа партнерҙарына зәңгәр яғыулыҡ оҙатып  була, тип иҫәпләй ул.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: