+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Октябрь 2022, 10:55

"Көнбайыш илдәре – бөтә донъяны болғарға маташыусылар"

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Валдай” халыҡ-ара дискуссион клубында сығыш яһаны. ВладимирПутин#национальные#проектынацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

"Көнбайыш илдәре – бөтә донъяны болғарға маташыусылар"
"Көнбайыш илдәре – бөтә донъяны болғарға маташыусылар"

Форум барышында Владимир Путин Көнбайыш илдәренең ҡурҡыныс һәм бысраҡ "уйыны" хаҡында һөйләне. Президент әйтеүенсә, Көнбайыш илдәре һәм, айырым алғанда, ил башлыҡтары ғаилә һәм тарих ҡиммәттәрен һанға һукмай. Әлеге эштәре Көнбайыш илдәрен хәрби-сәйәси һәм иҡтисади-гуманитар өлкәлә системалы кризисҡа батыра.

Өҫтәүенә, Владимир Путин Көнбайыштың һуңғы йылдарҙа һәм бигерәк тә һуңғы айҙарҙа дөнъялағы хәлдәр киҫенләшеүгә төптән уйланылмаған аҙымдар яһауы хаҡында белдерҙе. Былар - Украиналағы көсөргәнешлек, Тайвань тирәһендәге провокация, донъя күләмендәге аҙыҡ-түлек һәм энергетика баҙарындағы тотороҡһоҙлоҡ.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: