

Наградланыусылар араһында Башҡортостан кешеләре лә бар. Документ президент сайтында баҫылған. Указға ярашлы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалына лайыҡ булды. Ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн «РФ-тың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы» исеме Өфөнөң төбәк эҙләү-ҡотҡарыу базаһы директоры Игорь Черепановҡа бирелде. «РФ атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» маҡтаулы исем «Горшков» тоҡомсолоҡ заводы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Тәнзилә Иҙрисоваға бирелде.
Сығанаҡ: "Етегән".