Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Март , 14:31

Иҡтисади азатлыҡ, санкцияларға яуап буласаҡ

Рәсәй Көнбайыш илдәренең санкцияларына яуап итеп иҡтисади азатлыҡты киңәйтергә тейеш, тип белдерҙе Президент Владимир Путин. #ВладимирПутин

Иҡтисади азатлыҡ, санкцияларға яуап буласаҡ
Иҡтисади азатлыҡ, санкцияларға яуап буласаҡ

«Беҙҙең илгә ҡаршы булғандарға яуап итеп  беҙ иҡтисади азатлыҡты киңәйтергә тейешбеҙ. Ләкин барыһы ла закон сиктәрендә булырға тейеш. Был үтә нескә эш, мин һеҙҙән (прокурорҙар) уны көйләүегеҙҙе һорайым», - тип билдәләне Президент Генпрокуратураның  коллегияһында.

     Путин һүҙҙәренсә, Рәсәй иҡтисады һәм илебеҙ бизнесы Көнбайыш яғынан «санкция агрессияһына» «лайыҡлы яуап бирә».

     Уның һүҙҙәренсә, көнбайыш илдәре Украинала хәрби операция башланғандан һуң Рәсәй иҡтисадының «ике-өс аҙнанан йәки бер айҙан ҡолаясағына» иҫәп тотҡан. «Рәсәй тотороҡлолоғоноң фундаменталь нигеҙҙәре, быға тиклем кемдер уйлағанға ҡарағанда, нығыраҡ», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дәүләт башлығы. Президент Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ азатлығын тәьмин итеү кәрәклеген әйтеп үтте. Февралдә, мәҫәлән, Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ул ошо теманы күтәргәйне.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в