Сәйәсәт
5 Август 2023, 10:50

Путин үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын страховкалау тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин ирекле батальондар составында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандарҙың ғүмерен һәм һаулығын мотлаҡ дәүләт страховкалау тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. #ВладимирПутин

Путин үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын страховкалау тураһында указға ҡул ҡуйҙыПутин үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын страховкалау тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Путин үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын страховкалау тураһында указға ҡул ҡуйҙы

#ВладимирПутин

Дәүләт башлығының указына ярашлы, яугир һәләк булған осраҡта түләнгән страховка суммаһы — яҡынса 3,13 миллион һум, I төркөм инвалидтарына — 2,3 миллион һумдан ашыу, II төркөм инвалидтарына — 1,5 миллион һумдан ашыу, III төркөм инвалидтарына — 783 мең һум. Ауыр яраланған, имгәнгән йәки контузия алған осраҡта түләүҙең күләме — 313 мең һумдан ашыу, ә еңел яраланғанда 78 мең һум самаһы тәшкил итә.

Компенсацияны хәрбиҙәрҙең хәләл ефеттәре, ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре, бәлиғ булмаған балалары һәм 18  йәше тулған инвалид балалары, шулай уҡ башҡа өҫтәмә категориялар алырға мөмкин.

https://belizv-bash.ru/news/aktsii75/2023-08-04/putin-tel-ge-men-n-mahsus-h-rbi-operatsiyala-atnashyusylar-y-meren-m-auly-yn-strahovkalau-tura-ynda-ukaz-a-ul-uy-y-3373023 

Автор:
Читайте нас