

Был хаҡта БРИКС илдәре лидерҙарының киңәйтелгән ултырышы барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин белдерҙе. Дәүләт башлығы БРИКС саммитының киләһе осрашыуы 2024 йылдың октябрендә көтөлә тип асыҡлыҡ индерҙе.
В. Путин киләһе саммитҡа ҡарата пландары менән уртаҡлашты. «200-гә яҡын сәйәси, иҡтисади һәм йәмәғәт сараларын планлаштырабыҙ, уларҙа Рәсәйҙең ундан ашыу ҡалаһы ҡатнашасаҡ. Өҫтәүенә БРИКС осрашыуын юғары кимәлдә 2024 йылдың октябрендә Ҡазан ҡалаһында уҙғарырбыҙ», - тип билдәләне ул.