Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау буйынса компания сиктәрендә төбәк дәүләт телеканалдарында бушлай эфир ваҡытын бүлеү буйынса йәрәбә үткәрҙе.
Төбәк дәүләт телеканалдарында бушлай эфир ваҡытын алыу хоҡуғына теркәлгән кандидаттар, шулай уҡ теркәлгән кандидаттарҙы тәҡдим иткән һәм республиканың Һайлау комиссияһына йәрәбә һалыуҙа ҡатнашыуға ғариза ебәргән сәйәси партиялар эйә. Йәрәбә һалыуҙа һигеҙ теле- һәм радиоканал ҡатнашты: «Рәсәй-1», «Рәсәй 24», «БЮТ», «Рәсәй Радиоһы», «Маяҡ», «Вести ФМ», «Спутник ФМ», «Юлдаш».
Кандидаттар һәм партиялар яғынан йәрәбә һалыуҙа уларҙың ышаныслы һәм тулы хоҡуҡлы кешеләре ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, Үҙәк һайлау комиссияһы дәүләт башлығы вазифаһына дүрт кандидатты
Владислав Даванков ( «НОВЫЕ ЛЮДИ» сәйәси партияһы), Владимир Путин (үҙеңде-үҙең тәҡдим итеү), Леонид Слуцкий (ЛДПР – Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы), Николай Харитонов ( «РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ КОММУНИСТИК ПАРТИЯҺЫ) теркәне.