Сәйәсәт
17 Февраля 2024, 08:25

Һайлау комиссиялары эш башланы

17 февраленән 7 мартына тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары, халыҡҡа Рәсәй Федерацияһы президентын һайлау тураһында мәғлүмәт биреү өсөн республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында фатирҙар буйлап йөрөй

Добавить в предпочтительные источники Google
Һайлау комиссиялары эш башланыҺайлау комиссиялары эш башланы
Һайлау комиссиялары эш башланы

17 февраленән 7 мартына тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары, халыҡҡа Рәсәй Федерацияһы президентын һайлау тураһында мәғлүмәт биреү өсөн республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында фатирҙар буйлап йөрөй

Һайлау алды «иҫәп алыу»ҙың бурысы — теркәлгән һайлаусылар исемлеген асыҡлау, ниндәй ысулдар менән тауыш бирергә мөмкин икәнлеге хаҡында һөйләү, өйҙә тауыш биреүгә ғариза ҡабул итеү, һорауҙарға яуап биреү.

Өй һайын йөрөп сығыусыларҙы еңел танырға мөмкин: улар зәңгәр яҙыулы аҡ төҫтәге жилет кейгән.

Үҙе менән уның аҡ  туҡыманан тегелгән сумкаһы; күкрәккә тағылған билдәһе; участка һайлау комиссияһы ағзаһының исем-фамилияһы һәм атаһының исеме күрһәтелгән, күк мисәт һуғылған һәм участка һайлау комиссияһы рәйесе ҡул ҡуйған таныҡлығы; «ИнформУИК» ҡушымтаһы менән телефоны; мәғлүмәт лифлеты һәм теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт бирелгән листовкаһы буласаҡ.

«ИнформУИК»-та ҡатнашыусылар махсус мобиль ҡушымта менән ҡуллана, унда тиҙ генә анкета мәғлүмәттәре индерелә. Комиссия ағзалары анкетаға ярашлы һорауҙар бирәсәк. 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас