+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Февраль , 09:45

“ИнформУИК” проекты ғәмәлгә ашырыла

“ИнформУИК” проекты һайлаусыларҙы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында хәбәр итеү маҡсатында фатирҙар һәм йорттар буйынса йөрөп сығыуҙан ғибәрәт.

“ИнформУИК” проекты ғәмәлгә ашырыла
“ИнформУИК” проекты ғәмәлгә ашырыла

“ИнформУИК” проекты һайлаусыларҙы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында хәбәр итеү маҡсатында фатирҙар һәм йорттар буйынса йөрөп сығыуҙан ғибәрәт. Участка һайлау комиссиялары ағзалары һайлаусыларҙы мәғлүмәтләштереү проектын ғәмәлгә ашырыу ике этапта үтте - дистанцион уҡытыуҙа тест үттеләр һәм уҡыу тураһында сертификат алдылар һәм территориаль һайлау комиссияһы үткәргән күсмә төбәк семинарҙа ҡатнаштылар.
- “ИнформУИК” адреслы мәғлүмәт биреү федераль проекты 17 февралдән 7 мартҡа тиклем старт алды.  Был көндәрҙә райондың участка һайлау комиссиялары ағзалары барлыҡ ауылдарҙа өйҙәр  буйлап йөрөй сығасаҡ. Улар теркәлгән һайлаусылар исемлеген асыҡлай, ниндәй ысулдар менән тауыш бирергә кәрәклеге тураһында һөйләй, өйҙә тауыш биреү өсөн ғариза ҡабул итә, тавыш биреү көнөн һәм ваҡытын иҫтәренә төшөрәһәм һорауҙарға яуап бирә. Бер һүҙ менән әйткәндә, халыҡҡа һайлауҙар тураһында тулы мәғлүмәт биреләсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: