Сәйәсәт
29 Февраля 2024, 10:30

Ил Президентын һайлау хаҡында мәғлүмәт еткерелә

«ИнформУИК» проектына ярашлы участка һайлау комиссиялары ағзалары 7 мартҡа тиклем йорттар һәм фатирҙар буйлап йөрөп, халыҡҡа ил Президентын һайлау тураһында мәғлүмәт еткерә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ил Президентын һайлау хаҡында мәғлүмәт еткереләИл Президентын һайлау хаҡында мәғлүмәт еткерелә
Ил Президентын һайлау хаҡында мәғлүмәт еткерелә

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы «ИнформУИК»тың статистика мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп, быйыл мартта халыҡтың 90% тиерлек һайлау участкаларына барырға йыйына, уларҙың 13% өйҙә тауыш бирергә теләй, тип хәбәр итә.

Әгәр һайлау көндәрендә командировкала йәки отпускыла булһағыҙ, алдан ғариза биреп, илдең теләһә ҡайһы участкаһында тауыш бирергә хоҡуғығыҙ бар. Бының өсөн 11 мартҡа тиклем паспорт менән территориаль йәки участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаны күп функциялы үҙәктә йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша ла бирергә мөмкин.

Сығанаҡ:”Башкирформ”

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас