+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Март , 10:35

Радий Хәбиров Рәсәй Президентының мөрәжәғәтнамәһенә үҙ фекерен белдерҙе

Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһе – үҫеш мөрәжәғәтнамәһе, тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Рәсәй Президентының мөрәжәғәтнамәһенә үҙ фекерен белдерҙе
Радий Хәбиров Рәсәй Президентының мөрәжәғәтнамәһенә үҙ фекерен белдерҙе

Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһе – үҫеш мөрәжәғәтнамәһе, тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

«Бер нимәгә ҡарамай илебеҙ үҫешә, алға бара. Был социаль мөрәжәғәтнамә. Ул халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. «Ғаилә», «Рәсәй йәштәре», «Кадрҙар» яңы милли проекттарының һәм перспектив технологик башланғыстарҙың да маҡсаты ошо. Был иң мөһиме.

Мөрәжәғәтнамәнең төплө уйланылған булыуы мөһим. Президенттың һәр тәҡдиме уларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк финанс саралары менән нығытылған.

Атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын, мәктәптәрҙе яңыртыуға йүнәлтелгән федераль программалар барлығын беләһегеҙ. Балалар баҡсаларының иҫке биналарында, студенттар ятаҡтарында, юғары уҡыу йорттарының һәм колледждарҙың уҡыу корпустарында тәртип булдырырға кәрәклеге хаҡында беҙ күптән һөйләйбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Шуныһы айырыуса мөһим: сәнәғәткә ярҙам саралары артасаҡ, төбәктәрҙең инвестициялар йәлеп итеүгә ынтылышы көсәйәсәк, тип иҫәпләй республика етәксеһе.

«Хәҙер төбәк командаларының бурысы – был программаларҙың барыһы менән дә файҙаланыу. Үҙебеҙҙә инвестициялар күләмен арттырыу мөмкин булһын өсөн, беҙгә бик ҡәтғи күрһәткестәр һәм юғары проценттар ҡуйылған. Эшләйәсәкбеҙ», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Сығанаҡ:БАШИНФОРМ.

Автор:
Читайте нас: