+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Март , 11:05

Тауыш биреү көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда 15-17 мартта – тауыш биреү көндәрендә – «Рәхмәт» акцияһы ойошторола. Республика халҡы тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама хоҡуғын биргән беләҙектәр, шулай уҡ махсус приздар отоу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин.

Тауыш биреү көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы ойошторола
Тауыш биреү көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда 15-17 мартта – тауыш биреү көндәрендә – «Рәхмәт» акцияһы ойошторола. Республика халҡы тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама хоҡуғын биргән беләҙектәр, шулай уҡ махсус приздар отоу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин.

Ирекмәндәр QR-билеттарҙы барлыҡ ғаилә ағзаларына ла бирә. Ҡатнашыусыларға үҙҙәренең QR-билетын сканерлап, рәхмәт102.рф сайтында һигеҙ символдан торған уникаль код индерергә кәрәк (контакт бәйләнештәрен дә күрһәтергә онотмаҫҡа).

Еңеүселәрҙе 15, 16 һәм 17 мартта көнөнә ике тапҡыр билдәләйҙәр. Улар тураһында мәғлүмәт рәхмәт102.рф сайтында баҫыла. Махсус бүләктәр араһында һанлы техника, электр самокаттары, электр велосипедтары, телевизорҙар, самокаттар һәм велосипедтар бар.

Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Сибайҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Бөрөлә, Белоретта, Благовещенда, Туймазыла, Күмертауҙа, Яңауылда, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Иглин райондарында йәшәүселәр өҫтәмә рәүештә «Рәхмәт» беләҙектәре бирелә, улар менән проект тыңпартнерҙарында файҙаланырға була.

Акция барышында ташламалар бирергә әҙер ойошмалар исемлегенә автосервистар, шиномонтаж станциялары, автойыуыу, матурлыҡ салондары, бөҙрәханалар, кафелар, ресторандар, икмәкханалар, аҙыҡ-түлек магазиндары, фитнес-клубтар, мунсалар, медицина үҙәктәре, стоматология клиникалары, дарыуханалар һәм оптикалар, шулай уҡ сәскә салондары, фотосалондар, ювелир магазиндары, балалар һәм хужалыҡ магазиндары, кейем-һалым магазиндары, театрҙар, кинотеатрҙар, музейҙар, мәҙәниәт һәм ял парктары, батут парктары, балалар ялы үҙәктәре, арҡан парктары, шулай уҡ хеҙмәтләндереү өлкәһе учреждениелары инде.

«Рәхмәт» акцияһы партнерҙары исемлеге көн һайын тулыланып тора. Актуаль мәғлүмәтте акцияның сайтында алырға мөмкин.

сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: