-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Март , 12:00

Башҡортостан һайлауға әҙер

Башҡортостандың һайлау системаһы Рәсәй президентын һайлауҙы үткәрергә әҙер, тип белдерҙе республиканың Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов.

Башҡортостан һайлауға әҙер
Башҡортостан һайлауға әҙер

Башҡортостандың һайлау системаһы Рәсәй президентын һайлауҙы үткәрергә әҙер, тип белдерҙе республиканың Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов.

«Иртәнән һуңға тауыш биреү башлана, беренсе көн. Быйыл ул өс көн — 15 марттан 17- нә тиклем бара, — тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе. — Бөгөнгә Рәсәй президентын һайлауға әҙерлек тамамланған тиерлек. Участка һайлау комиссияларына бюллетендәр тапшырыла. Республиканың һайлау системаһы һайлауҙар үткәрергә әҙер тип әйтергә була».

Азат Ғәлимханов билдәләүенсә, барлыҡ участка һайлау комиссияларында Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре именлек, террор хәүеф буйынса тикшереүҙәр үткәргән.

«Республика һайлауҙарға әҙер тип иҫәпләйбеҙ», - тип йомғаҡ яһаны Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.

Автор:
Читайте нас: