Ил Президенты һайлауҙың тәүге көнө булыуға ҡарамаҫтан, хаклыҡ һайлау комиссияларына бик әүҙем ағылды. Райондың 765-се һайлау участкаһы асылмаҫ элек үк хатта сират хасил булды. Һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәр өсөн ашҡынып килгән. шуныһы күҙгә ташланды, быйылғы һайлауҙарға тотош ғаиләләре менән килеүселәр күп ине.
"Илебеҙҙең тыныс, бәхетле киләсәге өсөн тауыш бирергә килдек", ти һайлаусылар.
Комиссия ағзалары алдан бирелгән ғаризаларға ярашлы өйҙә тауыш бирергә теләгән һайлаусыларҙың йорттарына сыҡты. бөгөнгә исемлектә булған 2183 һайлаусының 143-ө өйҙә тауыш бирергә теләк белдергән.