Ил тарихында тәүге тапҡыр президент һайлауҙары күп көнлөк форматта өс көн дауамында- 15,16 һәм 17 мартта үтәсәк. Тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем үтәсәк.
Бөгөн һайлауҙың тәүге көнө эшлекле һәм тыныс шарттарҙа башланды. 789-сы Красная Башкирия һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 8-ҙә үҙ ишектәрен асты. Тәүге биреп тауыш бирергә килгән һайлаусыға комиссия рәйесе Земфира Моратова бүләк тапшырҙы. Ғәҙәттә, иң алда ололар килһә, был юлы йәш кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Ул һайлау комиссияһы ағзаларына уңыштар теләне.