Сәйәсәт
15 Марта 2024, 09:10

Йәштәр әүҙем

Беҙҙең районда 306 кеше тәүге тапҡыр тауыш бирә #ВыбираемПрезидента#Башкортостан#БашВыбор2024

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәштәр әүҙемЙәштәр әүҙем
Йәштәр әүҙем

Быйыл Рәсәй президентын һайлауҙа тәүге тапҡыр Башҡортостанда 18 йәше тулған 90 мең самаһы кеше тауыш бирәсәк. Был турала «Рәсәй президентын Һайлау-2024» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә  Башҡортостандың Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов иғлан итте.

Уның һүҙҙәренсә, тәүге тапҡыр һайлауға килеүселәргә тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн исемле саҡырыуҙар ебәрелгән, шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән.

 Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, һайлау участкаларының тәүге сәғәттәре штат режимында үткән. Гражданлыҡ бурысын үтәргә теләүселәрҙең әүҙем булыуы күҙәтелә.

"Беҙҙә булған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, участкалар ваҡытында асылған, проблемалар юҡ, эш штат режимында бара. Бынан тыш, беҙ тауыш биреүҙең һәйбәт барыуы тураһында мәғлүмәт алабыҙ. Тауыш биреүҙең өс көнө лә тыныс үтер тип ышанам", - тип хәбәр итте Азат Ғәлимханов.

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас