Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы Сыңғыҙ Айытматовтың “Ал яулыҡлы тирәккәйем” повесы буйынса әҙерләнгән спектакль менән беҙҙең районда гастролдә. Драманы ҡуйыусы режиссер яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов. Кисә йәштәр театры актерҙары район үҙәге тамашасаһын әсир итһә, бөгөн улар Ташбулат ауылына юлланды. Шул уҡ ваҡытта, гражданлыҡ бурыстарын да онотмай, 802-се һайлау участкаһына барып, тауыш бирҙе.