Бөгөн ил башлығын һайлауҙың икенсе көнө. Кисә райондыңбөтә һайлау участкалары тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үҙ эшен башҡарҙы, һайлаусылар ҙа әүҙемлек күрһәтте. Эш көнө булғас, район үҙәгендә һәм ауылдарҙа күптәр участка асылыуға ҡарай килде.
Гражданлыҡ бурыстарына йәштәрҙең дә яуаплы ҡарауы ҡыуаныслы. 789-сы Красная Башкирия һайлау участкаһында тәүге тапҡыр һайлаған Л. Исламова тауыш бирергә бөтә ғаиләһе менән килгәйне. Ҙур һәм татыу ғаилә һайлауҙың ил яҙмышы өсөн мөһимлеген аңлап, үҙҙәре лайыҡлы тип тапҡан кандидатҡа тауыш бирҙе.