Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы 2024 йылда 8 сентябргә тәғәйенләнгән Берҙәм тауыш биреү көнөнөң рәсми логотибын раҫланы. Был турала мәғлүмәт Үҙәк һайлау комиссияһының телеграм-каналында баҫылған.
«Төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙҙың теләктәрен һәм тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, беҙ, вәғәҙә иткәнсә, сентябрҙәге һайлау кампанияһының логотибын әҙерләнек һәм раҫланыҡ», — тине комиссия рәйесе Элла Памфилова.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығын һайлау 8 сентябрҙә уҙа. Дата республика Һайлау тураһында кодексының 10-сы статьяһына ярашлы билдәләнгән. Унда әйтелгәнсә, һайлау сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә үткәрелергә тейеш.