Сәйәсәт
22 Мая 2024, 10:25

Кадрҙар яңыртылды

Владимир Путин Рәсәй власында кадрҙарҙы алмаштырыуын дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кадрҙар яңыртылдыКадрҙар яңыртылды
Кадрҙар яңыртылды

Ил башлығы ун йылға яҡын  үҙенең кәңәшсеһе булған  Александра Левицкаяны вазифаһынан бушатты. Бынан тыш, дәүләт башлығы оборона министры урынбаҫарын алмаштырҙы: Юрий Садовенко  урынына хәҙер Ҡырым эштәре буйынса элекке министр һәм Иҫәп палатаһының элекке аудиторы Олег Савельев тәғәйенләнде.  Министрҙар кабинетының  Граждандар блогында транспорт  министры  алышынды (Курск өлкәһенең элекке  губернаторы Роман Старовойт  Виталий Савельевты алыштырҙы), энергетика министры (Николай Шульгиновтың урынын Кемерово өлкәһенең элекке   губернаторы Сергей Цивилев), ауыл хужалығы министрын (Оксана Лут  -  Дмитрий Патрушевты)  һәм спорт  министрын (Олег Матыцин урынына  элекке губернатор  Михаил Дегтярев) алмаштырҙы. Яңы состав яҡшыраҡ эшләр тип ышанырға ҡала.

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас