-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Сентябрь , 23:25

Һайлауҙың тәүге көнө тыныс үтте

Ауыл халҡы һайлауҙы байрам итеп ҡабул итә.

Һайлауҙың тәүге көнө тыныс үтте
Һайлауҙың тәүге көнө тыныс үтте

Район мәҙәниәт йортонда урынлашкан 765-се һайлау участкаһына һайлаусылар иртәнге сәғәт 8 тулмаҫ элек сират баҫты. Кемдер эшкә тиклем һайларға өлгөрөргә тип килһә,, өйрәнгәнсә, тәүге булып һайларға теләгәндәр ҙә байтаҡ ине.

- Һайлауҙың тәүге көнө һәүетемсә, бер ниндәй ығы-зығыһыҙ, шау-шыуһыҙ үтте. Күптәр коллективтары менән килделәр, күрше-күләндәр бергәләп йөрөйҙәр. Хәҙер һайлауға ғаилә менән килеүселәр  арта бара. Балаларҙы бәләкәйҙән ошондай мөһим ваҡиға менән таныштырыу бик яҡшы күренеш, минеңсә. Сөнки балалар ата-әсә өлгөһөндә тәрбиәләнә, –тип һөйләй комиссия рәйесе Нәйлә Ғәйнуллина. – Бөгөн һайлауға килә алмағандарҙы иртәгә, иртәнән һуңға иртәнсе сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем участкала көтөп ҡалабыҙ. Өйҙә тауыш бирергә ғариза биргәндәрҙең өйҙәренә сыға комиссия ағзалары. Ғөмүмән, бөтә һайлаусыларыбыҙ ҙа ҙа үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәр, тип ышанам, сөнки һәр кем илебеҙ киләсәгенә, республикабыҙҙың ышаныслы ҡулдарҙы булырына өмөт менән килә һайлауға.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: