Владимир Путин телефон аша бер нисә һөйләшеү үткәрҙе. Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән әңгәмә барышында Мәскәү менән Астананың партнерлығын нығытыу тураһында һүҙ барҙы. Дәүләт башлығы шулай уҡ Токаевтың Рәсәйгә эшлекле сәфәренә әҙерлек буйынса мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Владимир Путин сауҙа-инвестиция һәм энергетика өлкәләрендә ҙур проекттарҙы алға ебәреү тураһында Үзбәкстан лидеры Шәфҡәт Мирзиев менән һөйләне. Ике яҡтан да союздаш мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға ынтылыш күҙәтелә.
Тажикстан президенты Эмомали Рахмон менән телефон аша һөйләшеү барышында Владимир Путин уға Тажикстанға дәүләт сәфәре барышында күрһәткән ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Ил етәксеһе Душанбела үткән Рәсәй — Үҙәк Азия саммитын һәм БДБ дәүләттәре башлыҡтары Советы ултырыштары юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.