Сәйәсәт
31 Июля , 01:15

В. Путин Дәүләт Думаһы фракциялары етәкселәре менән осрашты

Россия Президенты Владимир Путин Кремлдә парламент фракциялары лидерҙары менән осрашты. Дәүләт башлығы Владимир Васильев («Берҙәм Россия»), Геннадий Зюганов (КПРФ), Леонид Слуцкий (ЛДПР), Сергей Миронов («Ғәҙел Россия») һәм Алексей Нечаев («Яңы кешеләр») менән башта айырым-айырым һөйләште, шунан һуң уртаҡ фекер алышыу булды, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы. #ВладимирПутин

В. Путин Дәүләт Думаһы фракциялары етәкселәре менән осраштыВ. Путин Дәүләт Думаһы фракциялары етәкселәре менән осрашты
В. Путин Дәүләт Думаһы фракциялары етәкселәре менән осрашты

Осрашыуҙар һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһының 27 июлдәге пленар ултырышынан һуң уҙҙы. Ултырышта Владимир Путин депутаттар менән осрашты һәм бер төркөм депутаттарға дәүләт бүләктәре тапшырған.

Һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһында биш фракция тәҡдим ителгән, шулай уҡ берләшмәләргә инмәгән бер нисә депутат бар.

Әйткәндәй, туғыҙынсы саҡырылыш депутаттарҙы һайлау 18, 19 һәм 20 сентябргә билдәләнгән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас