+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ноябрь 2016, 17:06

Гүзәл заттар һынатмай

Муниципаль район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты, район ҡатын-ҡыҙҙар советы «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн спорт фестивале ойошторҙо.

Муниципаль район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты, район ҡатын-ҡыҙҙар советы «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн спорт фестивале ойошторҙо.

Спорт байрамын асып, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева 12 ауыл биләмәһенән килгән командаларҙы һәм район үҙәге ойошмаларынан бер үҙе ҡатнашырға теләк белдергән «Батыр» ФҺК-һы ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне.

— Фестиваль «Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторола һәм унда ауыл биләмәләренең иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашырға теләк белдереүе тәбиғи, — тине Линиза Камил ҡыҙы. — Сөнки улар йәмәғәт эше менән генә шөғөлләнеп ҡалмай, ә сәләмәт тормошто, айыҡлыҡты үҙ итеп, ауылдаштарын да ошо юлда тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Гел шулай спорт һөйөүсән, ихлас булып ҡалығыҙ!

Л. Сәғәҙиева бынан тыш фестиваль сиктәрендә мәрхәмәтлек акцияһын да иғлан итте. Теләүселәр Дәүләт ауылында янғындан зыян күргән Килдейәровтар ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтте.

Артабан ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, спорт комитеты рәйесе А. Р. Дәүләтбаев ярыш ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.

Командалар алдында Красная Башкирия ауыл биләмәһенең көнсығыш бейеүҙәре түңәрәгендә (етәксеһе Т. Иващенко) шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар сығыш яһаны. Нәфис, һығылмалы кәүҙәле һылыуҡайҙарҙың көнсығыш, һинд бейеүҙәрен фестиваль ҡунаҡтары ихлас алҡышланы.

Командалар баскетбол кәрзиненә туп ташлау, дартс, алыҫлыҡҡа һикереү, пресс, йүгереү һәм эстафетала көс һынашты. Әйтергә кәрәк, дүрт йәш төркөмөнә бүленгән гүзәл заттар ошо спорт төрҙәренең һәр береһендә үҙен һынап ҡараны һәм ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.

Шулай итеп, иң күп мәрәйҙәр йыйып, Рауил ауыл биләмәһенең спорт һөйөүсе гүзәл заттары (һүрәттә) беренсе урын яуланы. Икенсе урында — Амангилде, өсөнсөлә — Асҡар ауыл биләмәләре командалары. Ярышты ойоштороусылар шәхси беренселектә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән Гүзәлиә Хәлилова, Лена Рысбаева, Миләүшә Хәлилова (Рауил) һәм Зөлфирә Моратшинаны (Ташбулат) махсус приздар менән бүләкләне.

Читайте нас: