+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Декабрь 2016, 16:56

Хоккей — тәүәккәлдәр уйыны

Һауа температураһының минусҡа төшөп, көндәрҙең ныҡ һыуыныуына ихлас ҡыуанған кешеләр бар. Улар — хоккейсылар.

Һауа температураһының минусҡа төшөп, көндәрҙең ныҡ һыуыныуына ихлас ҡыуанған кешеләр бар. Улар — хоккейсылар. Ҡыш етер-етмәҫтән сәкәндәрен келәттән сығарып, конькиҙарын үткерләп, миҙгелде ашҡынып көтә был малайҙар. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эргәһендәге майҙансыҡты туңдырыуҙа үҙҙәре лә әүҙем ҡатнашып, ҡара кискә хәтлем яратҡан уйынынан айырылмаҫҡа ла ризалар.

Быйылғы хоккей миҙгеле ҙур турнир — район хакимиәте башлығы кубогына ярыш менән асылыуы мәртәбәле. Ярышҡа ныҡлап әҙерләнгән йәш хоккейсыларға тағы бер бүләк тә әҙерләнгәйне: катокка терәтеп йылы, уңайлы сисенеү бүлмәһе эшләнде. Асыҡ һауала сәкән һуҡҡан малайҙар йылы бүлмәгә инеп кейемен алыштырһындар, теләһә сәй эсеп алһындар тигән ниәттә район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов урындағы бюджеттан 400 мең һумға яҡын аҡса бүлергә тигән ҡарар сығарҙы. Ә уның изге уйын ДЮСШ хеҙмәткәрҙәре тормошҡа ашырҙы: тиҙ арала бөтә уңайлыҡтары булған бүлмәне эшләп тә ҡуйҙы.

Район башлығы кубогына хоккей турнирын асыу тантанаһында район мәғариф бүлеге начальнигы В. Ә. Зәйнуллин, ДЮСШ директоры Л. М. Усманов, Асҡар ауыл биләмәһе башлығы И. Ф. Малыбаев ҡатнашты.

— Хоккей элек-электән ҡыйыуҙар һәм тәүәккәлдәр уйыны һанала, — тине үҙ сығышында Вәлит Әхмәтшәриф улы. — Һеҙ һис тә аптырамай уны асыҡ һауала уйнауығыҙ менән был хәҡиҡәтте тағы ла дөрөҫләйһегеҙ. Иң көслөләр еңеп сыҡһын!

Майҙансыҡҡа йыйылған 8 команда спортсылары сәкәндәре менән боҙҙо шаҡылдатып мәғариф бүлеге начальнигының һүҙен ҡеүәтләне. Шулай итеп кубок өсөн сағыу һәм ҡыҙыу уйындар башланды. Кубоктың да ниндәйе бит әле — Континенталь хоккей лигаһының төп трофейынан бер ҙә кәм түгел! Хоккейсылар уйынын баш судья Ишбулат Ҡужин һәм боҙҙағы арбитрҙар Азат Мортазин менән Динир Мырҙабаев ғәҙел баһаланы. Арып-талған спортсыларҙы Т. Кусимов исемендәге гимназия коллективы тәмле аш-һыу менән һыйланы.

Конькиға яңыраҡ ҡына баҫҡан Рысҡужа, Буранғол, Салауат ауылы малайҙары Асҡар, Атауҙы, Дәүләттән билдәле хоккейсылар менән һис тә бирешмәй уйнаны. Еңеүсене билдәләү еңел булманы. Ҡояш байығас та хоккей майҙансығы янында «Алға!», «Ҡапҡаны ҡапла!», «Го-ол!» тигән ауаздар яңғырап торҙо.

Шулай итеп, иң күп мәрәй йыйып, район хакимиәте башлығы кубогын Асҡар йыйылма командаһы яуланы. Икенсе урында Дәүләт мәктәбе булһа, өсөнсөлә — Ҡаҙмаш хоккейсылары. Алексей Воронов (Красная Башкирия) һәм Илнар Мәһәҙиев (Ҡаҙмаш) — «Иң яҡшы һөжүм итеүсе», Инсаф Ғәләүетдинов (Асҡар) — «Иң оҫта бомбардир», Нияз Замалетдинов (Атауҙы) һәм Радик Зәйнуллин (Ҡаҙмаш) — «Иң яҡшы һаҡсы», Азамат Йосопов менән Артур Бәширов (Асҡар) «Иң яҡшы ҡапҡасы» номинацияларында билдәләнеп, миҙал һәм маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.

Читайте нас: