Йәштәр йортоноң спорт залында иң йәш батырҙар араһында милли көрәш буйынса район ярышы уҙғарылды. Район мәктәптәренән бөтәһе алты команда был турнирҙа ҡатнашырға теләк белдереп, спортсылар биш ауырлыҡ төркөмөндә бил һынашты. Команда беренселегендә Ишбулды мәктәбе батырҙары алдынғылыҡты ҡулдан ысҡындарманы. Икенселә — хәлилдәр, өсөнсөлә — асҡарҙар. Ә шәхси иҫәптә үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә беренсе урындарҙы Наил Ғиззәтуллин (Хәлил), Илдар Хәлисов, Ғайса Боҫҡонов, Динир Садиҡов (Ишбулды) һәм Тимур Ҡунафин (Асҡар) яуланы.
Дөйөм иҫәптә — икенсе урын
Сибай ҡалаһында уҙған Кикбоксинг буйынса республика беренселегендә Әбйәлил намыҫын балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Сиҙәм филиалы спортсылары яҡланы. 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы араһында тренерҙар Р. Мәүлетдинов һәм И. Бараков етәкселегендә шөғөлләнеүсе йәш яҡташтарыбыҙ ҙа һынатманы һәм ауыл райондары командалары араһында Учалынан ғына ҡалышып, икенсе урынға сыҡты. Үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә Диана Вәлитова, Ридель Мортазин, Вадим Малыбаев, Алина Юнысова, Илнур Юлдыбаев, Роберт Ризуанов һәм Алина Баракова икенсе призлы урын яулап ҡыуандырҙы.
Өҫтәл теннисы буйынса еңеүсе билдәле
Район үҙәге ойошмалары, предприятие һәм учреждениелары араһында барған спартакиада сиктәрендә өҫтәл теннисы буйынса ярыш тамамланды. Йәштәр йортонда уҙғарылған сараға бөтәһе 16 команда заявка бирҙе. Улар дүрт төркөмгә бүленеп уйнағас, иң көслөләре финалда осрашты. Үҙҙәре эшләгән коллектив намыҫын ике ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙҙан торған командалар яҡланы. Шулай уҡ әле хаҡлы ялда булған хеҙмәткәрҙәр ветерандар командаһы ойоштороп, ярышҡа сыҡты. Һөҙөмтәлә тап улар — ветерандар — өҫтәл теннисында иң көслөһө тип танылды һәм еңеү яуланы. Икенсе урында — юристар, өсөнсөлә — муниципаль район хакимиәте командаһы. Еңеүселәргә физик культура, спорт һәм туризм буйынса район комитеты рәйесе А. Дәүләтбаев почет грамоталары һәм кубоктар тапшырҙы.