+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Ғинуар 2018, 13:44

Каникул файҙалы үтте

Оҙайлы ҡышҡы каникулдарҙы спорт һөйөүсе яҡташтарыбыҙ диванда аунап, телевизор ҡарап үткәрмәне. Сөнки тап ошо осорҙа — 1-нән 8 ғинуарға тиклем Бөтә Рәсәй спорт һәм сәләмәт тормош ун көнлөгө уңайынан район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты төрлө-төрлө ярыштар иғлан итте.

Спорт ярыштарында ҙур теләк менән 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. 4–5 ғин-уарҙа, мәҫәлән, йәштәр баскетбол буйынса район турнирына, ир-егеттәр өҫтәл теннисы уйнарға килде. Баскет-болсылар сағыу уйын күрһәтте. Һөҙөмтәлә Йәнгел ауыл биләмәһе командаһы еңеүсе тип табылды. Икенсе урынды — Амангилде, өсөнсөнө Асҡар ауыл биләмәләре командалары яуланы.

Өҫтәл теннисында урындар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе — Дамир Ғиззәтов, икенсе — Мансур Кәримов, өсөнсө Азамат Хәсәнов.

6 ғинуарҙа иһә «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексына волейбол һө-йөүселәр йыйылды. Улар район-ара турнирҙа көс һынашты. Беренселекте Учалы ҡалаһы волейболсылары ҡулдан ысҡындырманы. Икенсе урынды Сибай ҡалаһының Газпром ойошмаһында эшләүсе ир-егеттәр яулаһа, өсөнсө урынды Магнитогорск ҡалаһы волейболсылары алды.

7 ғинуарҙа ла «Батыр» комплексы залы гөрләп торҙо: ир-егеттәр араһында мини-футбол буйынса район чемпионатының сираттағы туры уҙғарылды.

Бөтә ярыштарҙың еңеүселәре физик культура, спорт һәм туризм буйынса район комитеты әҙерләгән кубок-миҙалдарға, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.

Читайте нас: