10–11 февралдә Өфөлә Грэпплинг буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үтте. Беҙҙең спортсылар өсөн был көрәш төрө яңы һәм ят булһа ла, уның менән ҡыҙыҡһынып шөғөлләнеүселәр бар. Ишҡол егете Шамил Ғиниәтов, мәҫәлән, тәүге йыл үҙенең ауылында түңәрәк ойошторһа, Тупаҡта Салауат Баһаув үҙ теләге менән балаларҙы грэпплинг серҙәренә төшөндөрә. Уҙған йылдан алып Шамил «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында грэпплинг секцияһын етәкләй, әле уның ҡул аҫтында 20-нән ашыу кеше, шуларҙың яртыһы балалар, шөғөлләнә.
Шулай итеп, Әбйәлил көрәшселәре республика ярышында бил һынап ҡарарға ниәтләй. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан килгән 10-дан ашыу команда араһында яҡташтарыбыҙ һынатмай. Башта уларҙы әллә ни етди ҡабул итмәһәләр ҙә, келәмдә үҙҙәрен нисек тотоуҙарын күргәс, батырҙарға ҡарата ихтирам уяна башҡа спортсыларҙа. Үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә Динис Шаһивәлиев менән Хәйҙәр Әхмәтғәлин — беренсе, Динар Ильясов менән Булат Хызыров — икенсе, Әлмир Ғиниәтов менән Айнур Нурғәлин өсөнсө урындарҙы яулай. Дөйөм иҫәптә Әбйәлил йыйылма командаһы грэпплинг менән яңыраҡ шөғөлләнә башлаусы командалар араһында маҡтаулы беренсе урынға һәм кубокка лайыҡ була.
Чемпионатта ҡатнашыу мөмкинлеге булдырған өсөн егеттәр «Батыр» ФҺК-һына һәм муниципаль район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитетына рәхмәтле.