+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Февраль 2018, 13:36

Афарин, егеттәр!

15 – 18 февралдә Туймазы ҡалаһының «Туймазы — Арена» боҙ һарайында XXVI Ауыл спорт уйындары иҫәбенә хоккей буйынса республика финал ярыштары уҙҙы. Ай дауамында барған һайлап алыу турҙарын үтеп, заявка биргән 42 команда араһынан 8-е финалға сығыу хоҡуғын алды.

15 – 18 февралдә Туймазы ҡалаһының «Туймазы — Арена» боҙ һарайында XXVI Ауыл спорт уйындары иҫәбенә хоккей буйынса республика финал ярыштары уҙҙы. Ай дауамында барған һайлап алыу турҙарын үтеп, заявка биргән 42 команда араһынан 8-е финалға сығыу хоҡуғын алды. Был мәртәбәгә ярымфинал уйындарында Шишмә районы хоккейсыларын 7:1 иҫәбе менән еңгән Әбйәлил спортсылары ла лайыҡ булды.

Хоккейсылар ике төркөмгә бүленеп уйнаны. Беҙҙең төркөмдә дәғүәселәребеҙ Ҡырмыҫҡалы, Өфө һәм Дыуан райондары ине. Тренер Шафиҡ Хәмитов етәкселегендә шөғөлләнеүсе егеттәр һәр уйында һынатманы, ҡырмыҫҡалыларҙы — 5:0, өфөләрҙе — 6:2, дыуандарҙы хатта 13:2 иҫәбе менән еңеп, финалға сыҡты. Төп кубок өсөн улар Әлшәй спортсылары менән осрашты. Тәүге шайбаны әбйәлилдәр индерһә лә, һуңынан судьялар әлшәйҙәр иҫәбенә эшләне, беҙҙекеләргә юҡтан штраф сәпәп, күпселектә аҙ составта уйнарға тура килде. Шулай итеп, дөйөм иҫәптә, республика финал ярыштарында Әбйәлил хоккейсылары Айҙар Ғәлләмов, Руслан Ҡужин, Артур һәм Айнур Усмановтар, Марат Йосопов, Ғаяз Хәмитов, Азат Мортазин, Динир Мырҙабаев, Рафил Усманов, Илнур Әғзәмов, Тимур һәм Руслан Сәйәховтар, Вадим Ғилманов, Ғәлим Ишмөхәмәтов, Айгиз Яуынбаев, Нәҙир Йәғәфәров әлшәйҙәрҙән генә ҡалышып, маҡтаулы икенсе урынға лайыҡ булды. Афарин!

Хоккейсылар өр-яңы форма менән тәьмин итеүҙәре өсөн муниципаль район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙовҡа, район Советы депутаттарына, юл сығымдарын ҡаплауҙары өсөн физик культура, спорт һәм туризм буйынса район комитетына (А. Р. Дәүләтбаев) рәхмәтле.
Читайте нас: