+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Март 2018, 11:55

Ололар саңғыға баҫты

Район ветерандар советы инициативаһы менән Амангилде ауыл биләмәһендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, оло йәштәгеләр араһында саңғы ярыштары ойошторолдо.

Район ветерандар советы инициативаһы менән Амангилде ауыл биләмәһендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, оло йәштәгеләр араһында саңғы ярыштары ойошторолдо.

Амангилде мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Н. М. Ҡужәхмәтов етәкселегендә уҡыусылар һалған саңғы юлы ярышта ҡатнашыусыларға уңайлы булды. Шуныһы ҡыуаныслы, сарала 70 йәште уҙған спортсылар күпселекте тәшкил итте. Был категорияға ҡарағандар араһында Асҡарҙан Ғамир Билаловҡа етеүсе булманы. Икенсе урынды заманында Рәсәй чемпионы исемен яулаған Әсғәт Ҡаһарманов алһа, өсөнсөлә Хөснөтдин Ғәниев килде.

65 йәшлектәр араһында Савит Мортазин, Әкрәм Шаһыбалов шәп саңғысылар булып сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан да саңғы ярышында үҙ көстәрен һынаусылар табылыуы ҡыуаныслы. Еңеүселәргә бағыусылар Рамаҙан Шаһыбалов, Вә-лит Тайсин, Мирхәт Рәжәпов һәм Даян Сафиндың ярҙамы менән алынған бүләктәр тапшырылды.

Амангилде ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Венера Мансурова, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зифа Ҡужәхмәтова, Минзәлә Юлмөхәмәтова һәм Әлфиә Ҡадировалар ярышҡа килгәндәрҙе ҡайнар сәй, тәмле аш менән һыйланылар.

Был сараны ойоштороуға урындағы ветерандар советы рәйесе Савит Мортазин, ойошма ағзалары Гөлсәсәк Фәхрисламова, Манат Сафиуллин һәм биләмә башлығы Марат Фәхрисламов күп көс һалды.

Читайте нас: