+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Март 2018, 12:05

Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре спорт менән дуҫ

Урал аръяғы райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре араһында уҙған спартакиадала Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Учалы райондары һәм Сибай ҡалаһынан бөтәһе 8 команда ҡатнашты.

Урал аръяғы райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре араһында уҙған спартакиадала Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Учалы райондары һәм Сибай ҡалаһынан бөтәһе 8 команда ҡатнашты. Хакимиәт башлыҡтары, урынбаҫарҙар, бүлек етәкселәре, эштәр менән идарасылар — унышар кешенән торған командалар райондың исеме яҙылған йәки гербы төшөрөлгән спорт костюмдарында килгән ине.

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында спартакиада тантаналы рәүештә асылды. Спортсыларҙы район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сың-ғыҙов сәләмләне. Рим Һатыбал улы Урал аръяғы райондарын берләштереүсе сараның 1996 йылда башланғыс алыуын һәм хәҙер уның матур йолаға әйләнеүен, беҙҙә өсөнсө тапҡыр уҙғарылыуын билдәләне. Район етәксеһе командаларға уңыштар, күңелле ял теләне. Ҡунаҡтарға Лилиә һәм Радик Хәлиловтарҙың «Сорнай» студияһы бейеүселәре дәртле сығыштарын бүләк итте. Ярыштарҙың баш судьяһы Рамил Фәтхуллин старт биргәндән һуң һәр кем бәйге урынына ашыҡты. Командалар спартакиадала волейбол, гер күтәреү, шашка, дартста таһыллыҡтарын, мәргәнлектәрен күрһәтте. Судьялар Илмир Бүләкбаев, Айбулат Ҡорбанғәлин, Фәрит Шәрәфетдинов, Илгиз Әбделғазин, Азамат Әхтәмов, Урал Харисов спортсыларҙы баһаланы. Хакимиәт башлыҡтары ла спорт бәйгеләренән ситтә ҡалманы, улар йөҙөүҙә һәм атыуҙа көс һынашты.

Иң сәмле, ҡыҙыу ярыш волейбол командалары араһында барҙы. Бер район спортсылары ла бирешергә теләмәне. Иң көслөләр гер күтәрҙе. Алпамышалай баһадирҙар менән бер рәттән көс һынашырға сыҡҡан Ғәйнетдин Ғиләжев юғары һөҙөмтә күрһәтте. «Ыһ» та итмәй герҙы 94 тапҡыр күтәрҙе. Юҡҡа ғына ҡарама беләккә — ҡара йөрәккә тимәгәндәр бит. Ҡатын-ҡыҙҙар дартста мәргәнлектәрен күрһәтте, шашка уйыны иһә аҡыл талап итте. Иң күңелле ярыш төрө йөҙөү буйынса эстафета булғандыр, моғайын.

Еңеүселәр спартакиаданы ябыу тантанаһында тәбрикләнде. Волейболда беренсе урынды учалылар, икенсене әбйәлилдәр, өсөнсө урынды бөрйәндәр алды. Гер күтәреүҙә бөрйәндәр иң шәбе булып сыҡты, әбйәлилдәр икенсе һәм ейәнсуралар өсөнсө булды. Дартста Сибай, Әбйәлил һәм Бөрйән спортсылары призлы урындар яуланы. Шашка буйынса Баймаҡ командаһы алға сыҡты, әбйәлилдәр һәм сибайҙар ҡалған тәүге урындарҙа. Йөҙөүҙә лә учалыларға етеүселәр булманы, әбйәлилдәр һәм хәйбуллалар икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Башлыҡтар араһында ярыш ҡыҙыу барҙы. Пневматик мылтыҡтан атыуҙа Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И. Х. Ситдиҡов алдынғылыҡты бирмәне. Ейәнсура хакимиәте башлығы Ә. С. Байсурин — икенсе, Бөрйән районы етәксеһе Р. Д. Шәрипов өсөнсө урынды яуланы.

Дөйөм иҫәптә урындар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе урынды Әбйәлил командаһы, икенсе — Бөрйән һәм өсөнсө урынды Баймаҡ районы командаһы яуланы. Киләһе спартакиада Йылайыр районында уҙасаҡ.

Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре спорт менән дуҫ булыуҙарын, сәләмәт тормошто үҙ итеүҙәрен күрһәтте һәм спартакиаданан көс, дәрт-дарман алып, яҡшы кәйеф менән ҡайтты.
Читайте нас: