+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Апрель 2018, 13:06

Бөтә Рәсәй кимәлендә өсөнсө урын

Йәш техниктар станцияһының авиамоделистары төрлө кимәлдәге чемпионаттарҙа ҡатнашып, мәртәбәле еңеүҙәре менән ҡыуандырып тора.

Йәш техниктар станцияһының авиамоделистары төрлө кимәлдәге чемпионаттарҙа ҡатнашып, мәртәбәле еңеүҙәре менән ҡыуандырып тора. Бөгөн Салауат Фазлетдинов етәкләгән «Бөркөт» түңәрәгендә шөғөлләнеүсе уҡыусылар Башҡортостанда иң көслө клубтарҙан һанала, сөнки улар район, төбәк кимәленән башлап, республика, Волга буйы федераль округы буйынса уҙған ярыштарҙа беренселекте бирмәй.

Март аҙағында Салауат Нәжип улының тәрбиәләнеүселәре Пенза ҡалаһында уҙған авиамодель спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярышында, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы беренселегендә һәм авиамоделизм буйынса олимпиадала үҙ көстәрен уңышлы һынаны. Район намыҫын мәртәбәле ярышта дүрт уҡыусы: Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Таһир Мәмбәтҡолов һәм Алмас Усманов, 1-се Асҡар урта мәктәбенән Салауат Сәйәхов һәм Рияз Ғәбитов яҡланы. Тәүге көндә Рияз менән Алмас осоусы F1E(N) планерҙар дисциплинаһында ярышты. Бында улар үҙҙәре әҙерләп килгән, ҡул менән этеп, алыҫлыҡҡа һәм ваҡытҡа осороусы самолеттарын һынаны. Двигатель менән йыһазландырылмаһа ла, был моделдәр һауала 30 секундтан ашыу осорға һәләтле. Һауа ағымына эләгеп ни тиклем оҙағыраҡ осһа, спортсының еңеүгә шул тиклем өмөтө ҙурыраҡ була. Бының өсөн самолетты дөрөҫ кенә итеп этеп ебәреү ҙә мөһим, етмәһә ҡышҡыһын бындай ярыштар асыҡ һауала түгел, ә бина эсендә уҙғарыла. Планерҙың ауырлығы 10 грамдан артмай һәм яҡшы модель яһау түгел, ә идеаль аэродинамик һәләттәргә эйә булған модель эшләү шарт. Икенсе көндә Салауат Нәжип улы һәм Таһир өлкән спортсылар һәм үҫмерҙәр дисциплинаһында көс һынай. Артабанғы турҙарҙа ла яҡташтарыбыҙ Өфөнән килгән команда менән берлектә уңышлы ғына сығыш яһай.

Һөҙөмтәлә, Рәсәйҙең 10 төбәгенән килгән 18 команда араһында Воронеж һәм Пен-за ҡалалары спортсыларынан ғына ҡалышып, Әбйәлил авиамодель яһаусылары дөйөм иҫәптә өсөнсө урынға лайыҡ була. Команда Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Йәйгеһен ирекле осоусы моделдәр буйынса Рәсәй чемпионатын беҙҙең республика ҡабул итә һәм уны йомарт Әбйәлил ерендә уҙғарырға ниәтләйҙәр. Бөгөн «Бөркөт» түңәрәгендә шөғөлләнеүсе малайҙар ошо әһәмиәтле сараға ныҡлы әҙерлек өҫтөндә.
Читайте нас: