+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Апрель 2018, 11:17

Илсур спорт менән дуҫ

Илсур Шаһивәлиев — Ишкилде ауылы егете, Сибай педагогия колледжының өсөнсө курсы студенты, спортсы.

Илсур Шаһивәлиев — Ишкилде ауылы егете, Сибай педагогия колледжының өсөнсө курсы студенты, спортсы. Башланғыс белемде Һәйетҡол мәктәбендә ала, артабан Буранғол урта мәктәбендә уҡый. Бәләкәйҙән йүгереү менән шөғөлләнгән Илсур белем усағында уҙған ярыштарҙа был спорт төрө буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Гел беренсе урындарҙы яулаған егеттең артабан ошо йүнәлеште һайларына уҡытыусылары шикләнмәй. 9-сы класты тамамлағас, Илсур күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, Сибай педагогия колледжының физкультура бүлегенә уҡырға инә. Атаҡлы көрәшселәр ауылынан булғас, спорттың был төрөнә лә битараф булмай ул. Беренсе һәм икенсе курстарҙа көрәш менән шөғөлләнә. Өсөнсө курста Илсурҙың саң-ғыла бик оҫта йөрөгәнен күргән физкультура уҡытыусыһы үҙенә саҡырып, егетте һынап ҡарай һәм уның менән оҙайлы күнекмәләр уҙғара башлай. Тре-неры Фәрит Хәмитов-тың ышанысын аҡлай, ҡышҡы миҙгелде асыу ярышында тәүге тапҡыр ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, беренсе урын ала. Ныҡыш, үҙ өҫтөндә етди эшләгән егеткә артабан да уңыш йылмая: Сибай ҡалаһы буйынса чемпион исемен яулай, Хәйбулла районы хакимиәте башлығының призына ойошторолған саңғы буйынса уҙған ярышта еңеүсе була. Бала сағынан спортты үҙ итеүе, тырышлығы, тренерының аҡыллы кәңәштәре бушҡа китмәй. Ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй, әлегә (күҙ теймәһен) гел беренсе урындар ғына яулай. Сибай ҡалаһының урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары араһында уҙған спартакиадала 10000 метр арауыҡта беренсе булып килә, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саңғы ярыштары буйынса асыҡ беренселектә тәүге урын яулай, Бөтә Рәсәй «Ҡар көнө-2018» сиктәрендә Урал аръяғының 30 йәшкә тиклемге спортсылары араһында уҙған саңғы буйынса ярышта алдынғылыҡты ҡулынан ысҡындырмай. Иң ҙур ҡаҙанышы — быйылғы ҡышҡы миҙгелде ябыу ярышында яҡшы һө-ҙөмтә күрһәткән өсөн И. Шаһивәлиевҡа беренсе разряд бирелгән. Киләһе йылға республика ярыштарына әҙерләнәсәк.

— Уңыштарым өсөн тренерым Фәрит Рәхимйән улына, шулай уҡ һәр ваҡыт мине дәртләндереп, көс өҫтәгән, ҡанат ҡуйған әсәйемә рәхмәтлемен, — ти Илсур.

Әйткәндәй, ул күп балалы ғаиләнән. Өс ағаһы, ике ҡустыһы һәм һеңлеһе бар. Ғүмер буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Сәүҙә Баймөхәмәт ҡыҙы балаларына яҡшы тәрбиә биреп, уларҙы белемле итеүгә күп көс һала. Илсур ҡәҙерле кешеһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә, туғандарына үрнәк булырға тырыша һәм уларҙы ла спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтыра.


Читайте нас: