+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Май 2018, 11:55

Батырлыҡҡа һәр ваҡыт урын бар

Яҡташыбыҙ Вадим Нурислам улы Баҡыевтың хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыуына 11 апрелдә 10 йыл тулды.

Яҡташыбыҙ Вадим Нурислам улы Баҡыевтың хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыуына 11 апрелдә 10 йыл тулды. Амангилде мәктәбен тамамлағас, Вадим ата-әсәһенең юлын дауам итеп, Ҡазан юғары хәрби команда-танк училищеһына ҙур теләк менән уҡырға инә. Спортты яратҡан, тырыш егет яҡшы өлгәшә, хеҙмәттәштәре араһында абруй менән файҙалана, лейтенант дәрәжәһенә етә. Ошо училищеның һуңғы курсында уҡығанда Вадим иптәштәре менән полигонға төнгө күнекмәгә ебәрелә. Атыш урынына китеп барғанда командиры В. Баҡыев булған экипаждан берәү яңылыш танктың янғын һүндереү системаһын эшләтә. Танк эсен тиҙ арала ялҡынды һүндереүсе газ тултыра, экипаждың ике ағзаһы аңын юғалтып йығыла. Ошондай киҫкен ваҡытта йәш командир юғалып ҡалмай, йәһәт кенә люкты аса, иҫһеҙ иптәштәрен тышҡа, саф һауаға һөйрәтеп сығара. Улар янына килеп еткән икенсе экипаж ҡалған курсанттарҙы ҡотҡарырға булыша. Тик аҡтыҡ көсөн иптәштәрен ҡотҡарыуға йүнәлткән Вадим ғына хәле бөтөп ҡолай, ағыулы газдың көслө тәьҫире үҙенекен итә — яҡты хыялдар менән янған, ил һағында хеҙмәт итергә әҙерләнгән офицер һәләк була…

Ҡаһарманлығы өсөн Вадим Баҡыев үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына тәҡдим ителде. Был награда 2009 йылда уның ата-әсәһенә тапшырылды. Ә ауылдаштары, класташтары егеттең батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында йыл һайын уның иҫтәлегенә бағышлап волейбол буйынса турнир уҙғарырға ҡарар итте. Яҡшы башланғыс һүрелмәне: йыл һайын апрелдә, Вадимдың туған мәктәбендә район волейболсылары ярышҡа йыйыла. Быйылғы сара ла юғары кимәлдә үтте. Ярышты һәм батыр һалдат иҫтәлегенә арналған митингыны асыу тантанаһында Амангилде мәктәбе директоры Йомаҙил Әүбәкеров, Вадимдың атаһы Нурислам Баҡыев, Әбйәлил ауылы егете, хәҙер баш ҡалалағы «Уфимец» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Фуат Дәминдаров, йәштәр эштәре буйынса район комитеты рәйесе Шайморат Нәбиуллин, һалдаттың класташтары Айнур Ҡужәхмәтов, Илмир Бүләкбаев, дуҫтары, уҡытыусылары һәм башҡалар ҡатнашты. Һәр кем В. Баҡыев тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, бөгөнгө заманда ла батырлыҡҡа урын булыуы тураһында һөйләне, донъялар тыныс тороуын теләне.

Турнирҙа ҡатнашыусы командалар араһында уйын ҡыҙыу барҙы. Дөйөм иҫәптә беренселекте, оҫта волейболсы, район йыйылма командаһы ағзаһы Заһир Ғиниәтов етәкләгән, Амангилде командаһы ҡулдан ысҡындырманы. Икенсе урынды «Сборная – 2002» исемле команда алды, ә өсөнсөлә — «Ҡыҙыл» волейболсылары. Еңеүсе командалар, шулай уҡ «Иң яҡшы уйынсы» номинацияһында билдәләнеүсе Таһир Йәһүҙин, Денис Гәрәев, Динир Әхмәтҡужин һәм Заһир Ғиниәтов миҙалдар һәм бағымсылар (Рамаҙан Шаһыбалов, Рафаил Өмөтҡужин) әҙерләгән бүләктәр менән билдәләнде.
Читайте нас: