+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Май 2018, 11:07

«Батыр»ҙа чемпиондар парады

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе филиалдарының төрлө түңәрәктәрендә шөғөлләнеүсе чемпиондарҙы «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында тәбрикләү Республика Башлығы Р. Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы тормошҡа ашырылған «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Уларҙың исемдәре йыл дауамында әленән-әле гәзитебеҙ биттәрендә күренеп бара — милли көрәш буйынса республика чемпионы Рөстәм Хәйбуллин, кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионы Марат Мәүлетдинов, хоккей буйынса йыйылма команданың иң көслө спортсыһы Инсаф Ғәләүетдинов һәм башҡалар — әле мәктәптә генә уҡыһалар ҙа улар, спорттағы ҙур еңеүҙәре, ҡаҙаныштары менән район намыҫын юғары кимәлдәге ярыш-турнирҙарҙа лайыҡлы яҡлап, Әбйәлил тарихының алтын биттәрен яҙыусы балалар. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе филиалдарының төрлө түңәрәктәрендә шөғөлләнеүсе чемпиондарҙы «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында тәбрикләү Республика Башлығы Р. Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы тормошҡа ашырылған «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проекты сиктәрендә ойошторолдо. Был проектҡа иң тәүгеләрҙән булып һәм әүҙем ҡушылған 1-се һанлы Асҡар, Байым, Ҡырҙас урта мәктәптәре һәм Таһир Кусимов исемендәге гимназияға спорт ҡорамалдары һатып алыуға сертификаттар тапшырылды.

Чемпиондар балын асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары Рәйсә Латипова һәм Раян Фәттәхов, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре начальниктары Вәлит Зәйнуллин менән Ирек Мусин, ДЮСШ директоры Ласын Усманов ҡатнашты һәм спортсыларҙы тәбрикләне.

— Кешенең иң ҙур байлығы — һаулыҡ. Ә һау-сәләмәт булыу өсөн спорт, физик культура менән шөғөлләнергә, иртәнсәк йүгерергә, күнекмәләр эшләргә кәрәк, — тине Рим Һатыбал улы үҙ сығышында. — Һау кеше үҙен яҡшы тоя, эштә һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшә, уның мөмкинлектәре лә ҙурыраҡ була. Һеҙ һау-сәләмәт икән, район да, республика ла көслө тигән һүҙ. Спортты һайлап, даими шөғөлләнеп юғары ҡаҙаныштарға, мәртәбәле урындарға өлгәшеүегеҙ, районыбыҙ данын төрлө кимәлдәге ярыштарҙа яҡлауығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм һәм уңыштар юлдаш булыуын теләйем. Әбйәлилдә спортты үҫтереү киләсәктә лә һөҙөмтәле дауам итәсәк.

Бер төркөм спортсылар Р. Һ. Сыңғыҙов ҡулынан муниципаль район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын алып ҡыуанһа, 2017 – 2018 уҡыу йылы дауамында ГТО нормативтарын республика кимәлендә уңышлы тапшырған ҡыҙ-малайҙарға Рәсәй Феде-рацияһы Спорт министрлығының танытмалары һәм ГТО-ның алтын, көмөш һәм бронза күкрәк билдәләре тапшырылды. ДЮСШ-ның Сиҙәм филиалында, тренер Рөстәм Мәүлетдиновтың ҡул аҫтында шөғөлләнеүсе Рәсәй һәм Башҡортостан чемпиондары Марат Мәүлетдинов менән Тимур Агишев БР-ҙың спорт министры бойороғона ярашлы, кикбоксинг буйынса спорт мастерлығына кандидат исемен алды (һүрәттә).

Чемпиондар балын Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы А. Нафиҡова етәкселегендәге балалар әҙерләгән күңелле флэшмоб, Г. Ғәбитованың «Йәйғор» бейеү ансамбле сығышы, «Ты супер!» проектында ҡатнашыусы талантлы яҡташыбыҙ Зарема Шәйхетдинованың моңло йыры биҙәне.

* * *

Иң яҡшы спортсылар тип табылдылар һәм муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булдылар:

Вячеслав Ҡаһарманов, Тимур Агишев, Рәдиф Шәрәфетдинов, Алина Баракова (кикбоксинг, Сиҙәм); Аделина Әйүпова, Динислам Ҡотоев, Артур Ырғыҙбаев, Тимур Сабитов, Салауат Хәйбуллин, Рәвил Әхмәтйәнов (бокс, кикбоксинг, гимназия); Рушан Манапов, Камил Хәйруллин (бокс, 1-се Асҡар мәктәбе); Зөлфәт Бараков (саңғы, Хәлил); Альмира Сәғәҙәтова (саңғы, Амангилде); Инсаф Ильясов, Лениза Ғибәҙәтова, Альбина Насирова, Диана Фәхрисламова (саңғы, Әбделмәмбәт); Нияз Замалетдинов, Рәмзил Вафин (хоккей, Атауҙы); Рәвил Абдуллин (хоккей, Михайловка); Арслан Зәйнуллин (хоккей, Дәүләт); Инсаф Ғәләүетдинов (хоккей, гимназия); Ташбулат Баязитов (ГТО-ның йәйге фестивале, Йәнгел); Алина Бәхтейәрова (ГТО, Әбделмәмбәт); Инсаф Моратов (ГТО, гимназия); Камил Хажиәхмәтов, Нурислам Мөхәмәҙиев (физик культура буйынса олимпиада, Байым); Нил Килдейәров (еңел атлетика, Әбделмәмбәт); Гөлдәр Әхмәҙиева, Флорид Әхмәҙиев, Илзидә Кәримова (еңел атлетика, Рәхмәт); Фаягөл Шәрипова, Алһыу Ҡаһарманова (билбау көрәше, Гусев); Ғәлим Хәсәнов (милли көрәш, Буранғол); Илдар Хәмзин (милли көрәш, Дәүләт); Нургиз Хәсәнов (милли көрәш, Хәлил); Рөстәм Хәйбуллин, Динир Садиҡов, Тимур Талипов (милли көрәш, Ишбулды); Юлиә Солтанова, Лилиана Ялалова, Илмир Әхтәмов, Салауат Сәйәхов (лапта, 1-се Асҡар мәктәбе); Юлиә Истамбаева, Айгүзәл Ибраһимова (йөҙөү, 1-се Асҡар мәктәбе һәм гимназия); Илдус Ильясов, Роман Изгин (каратэ-до, Таштуй); Заһит Моталов, Зенит Ҡотлоәхмәтов, Айгизә Ибраһимова, Зарина Зарипова (гер спорты, Ҡаҙмаш). Афарин!
Читайте нас: