+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Май 2018, 11:46

Евразия уйындарынан алып Президент ярыштарына тиклем

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе планына ярашлы уҙғарылған Президент ярыштарының район этабында еңеп сыҡҡан Ишҡол урта мәктәбе командаһы (етәксеһе В. Боҫҡонов) Стәрлетамаҡҡа барып ҡайтты.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе планына ярашлы уҙғарылған Президент ярыштарының район этабында еңеп сыҡҡан Ишҡол урта мәктәбе командаһы (етәксеһе В. Боҫҡонов) Стәрлетамаҡҡа барып ҡайтты. Улар Президент ярыштарының республика этабында үҙен һынаны. Ишҡол мәктәбенең һигеҙ уҡыусыһы — Айҙар Ҡаһарманов, Салауат Сафиуллин, Иҙел Хөснуллин, Ирек Сафин, Эльвира Насирова, Юлиә Ниғмәтуллина, Рима Тимерйәнова һәм Әлфинә Әхмәтйәнова — алыҫлыҡҡа һикереү, турникта күтәрелеү, һығылмалылыҡ, 60 һәм 1000 метрға йүгереү кеүек төрҙәрҙә район намыҫын яҡланы. Башҡортостан райондарынан йыйылған 15 команда араһында ишҡолдар һынатманы, дөйөм иҫәптә Мишкә районынан ғына ҡалышып, икенсе урынға сыҡты. Бынан тыш, шәхси беренселектә ҡыҙҙар араһында Эльвира беренсе, Юлиә икенсе урын яулай алды. Балаларға Президент ярыштарында ҡатнашыусы сертификаты, миҙал һәм грамоталар тапшырылды.

* * *

Гусев мәктәбе тренеры Ф. З. Сафиуллиндың тәрбиәләнеүселәре Өфө ҡалаһында үткән Көнсығыш һуғыш төрҙәре сәнғәте буйынса I асыҡ Евразия балалар уйындарында ҡатнашты. Былтыр Волга буйы федераль округы буйынса уҙғарылған был сара быйыл халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Рәсәйҙең төрлө өлкә һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа дәүләттәрҙән килгән спортсылар каратэ-до, ушу, таэквондо, кикбоксинг, тай боксы кеүек дисциплиналарҙа үҙенең оҫталығын күрһәтте. Әбйәлил районынан Башҡортостан йыйылма командаһы составында сығыш яһаусы Фаягөл Шәрипова менән Алһыу Ҡаһарманова билбау көрәшендә майҙан тотто. Үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә Алһыу — беренсе, Фаягөл өсөнсө урынға лайыҡ булды.

* * *

Еңеү көнө алдынан Хәлил ауылында Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтов иҫтәлегенә арналған асыҡ турнир үтте. Ярышҡа милли көрәш менән шөғөлләнеүсе Әбйәлил батырҙары ғына түгел, Урал аръяғы райондары спортсылары ла килде. Сараны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов, Хәлил ауыл биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллин, Рәүеф Дәүләтовтың туғандары ҡатнашты һәм батырҙың обелискыһына сәскәләр һалды.

Уҡыусылар 8 ауырлыҡ төркөмөндә бил һынаны. Әбйәлил намыҫын яҡлаусы көрәшселәр — Динир Садиҡов, Ильяс Ғиниәтов, Ильяс Ҡаһарманов, Айнур Сирбаев, Илдар Вәлиев, Тимур Талипов, Вилдан Питилимов, Ғаяз Шөғүров, Рөстәм Хәйбуллин, Азамат Дәүләтҡолов, Ирек Сафин, Азамат Ҡадиров, Арсен Шәрипов һәм Ғәлим Хәсәнов призлы урындарға лайыҡ булды. Бағымсы булып сығыш яһаған Хәлил ауыл биләмәһе хакимиәте еңеүселәргә спорт сумкаһы, ҡул сәғәте кеүек ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. «Иң шәп техникаға эйә көрәшсе» номинацияһында Рөстәм Хәйбуллин, «Дәғүәсеһен иң тиҙ ташлаусы» номинацияһында 2 секунд эсендә таҙа еңеү яулаған Динир Садиҡов билдәләнде.

* * *

Йәш көрәшселәр бынан һуң күп тә үтмәй Баймаҡ ҡалаһында үткән VII асыҡ республика турнирында ҡатнашты. Р. Әбделғазин етәкселегендәге йыйылма команда Өфө, Күмертау, Мәләүез, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, башҡа райондарҙан килгән тиҫтерҙәре араһында һынатмай, бил ныҡлығын күрһәтте. Абсолют чемпион-ға бүләккә тай ҡуйылыуы ла турнирҙың мәртәбәһен, көрәшселәрҙең сәмен арттырҙы ғына. Шәхси беренселектә сығыш яһап, үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә Ғаяз Шөғүров — икенсе, Динир Садиҡов, Рөстәм Хәйбуллин, Рамаҙан Юлдыбаев өсөнсө урындарға һәм аҡсалата бүләктәргә лайыҡ булды.

* * *

Ә Ҡаҙмаш урта мәктәбендә был мәлдә Шамил Әминев иҫтәлегенә гер спорты буйынса район турниры гөрләне. Гер күтәреүселәр 9 ауырлыҡ төркөмөндә таһыллығын күрһәтте. Малайҙар араһында беренсе урындарҙы Ҡаҙмаштан Данил Баймөхәмәтов, Шакирйән һәм Илнар Әһеловтар, Нияз Әхтәмов, Мират һәм Зенит Ҡотлоәхмәтовтар, Рәмзил Әүбәкиров, Рәлис Ғәйфуллин, Заһит Моталов, Таштуйҙан Илфир Мостафин менән Зариф Әһелов, ҡыҙҙар араһында Ҡаҙмаштан Алһыу Баймөхәмәтова, Сафия Зәйнуллина, Тәнзилә Әхтәмова, Лира Иҫәнбулатова, Зарина Зарипова менән Хәмиттән Иркә Мөлөкова яуланы һәм район Советы депутаты Ишморат Әминев әҙерләгән бүләктәргә лайыҡ булды. Команда беренселегендә призлы урындарҙы Ҡаҙмаш, Таштуй һәм Ишҡол мәктәптәре бүлеште.
Читайте нас: