+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Июнь 2018, 11:31

«Төньяҡ амурҙары»ның вариҫтары бар әле

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда уҡ атыу хәрәкәте әүҙемләште. «Мәргән уҡсы» йәмғиәте республиканың төрлө райондарында уҡсылар фестивалдәре, һабантуйҙар уҙғарып тора.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда уҡ атыу хәрәкәте әүҙемләште. «Мәргән уҡсы» йәмғиәте республиканың төрлө райондарында уҡсылар фестивалдәре, һабантуйҙар уҙғарып тора. Әлегә ул сараларҙа Әбйәлилдән ҡатнашыусылар һирәк, бары тик баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарыбыҙ Рушан Хәсәнов, Рөстәм Баһаув үҙҙәрен һынап, призлы урындарға өлгәшкәне бар.

Йәштәр эштәре буйынса район комитеты рәйесе Шайморат Нәбиуллин Учалы районында уҙған фестивалде ҡарап ҡайтҡандан һуң, күп көс, сығым талап итмәгән уҡсылар түңәрәген үҙебеҙҙә лә асыу ниәте менән яна. Был тәҡдимде ул Йәш техниктар станцияһы директоры Вадим Ғафаровҡа еткергәс, авиамоделселәр түңәрәге етәксеһе Салауат Фазлетдинов ярҙамында тормошҡа ашырырға хәл итәләр. «Авиамоделизм түңәрәгендә шөғөлләнеүсе балаларҙың республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа юғары уңыштарға өлгәшеүе күптәргә мәғлүм, — ти Вадим Фәнил улы. — Беҙ, малайҙар тап үҙҙәре яһаған планер моделдәре менән ярышҡа сығыуына баҫым яһайбыҙ. Шул идеяны үҫтереп, киләсәктә улар үҙҙәре яһаған уҡ-һаҙағы менән турнирҙарҙа ҡатнашһын тигән маҡсатты алға ҡуйҙыҡ. Әлегә, әлбиттә, етәкселәре Салауат Нәжип улы ярҙамы менән яһалған ян, уҡтар менән эш итәләр, шулай ҙа артабан үҙҙәре был шөғөлгә ихлас тотонор тип ышанғы килә».

Балаларҙың мәргәнлеген һынап ҡарау маҡсатында быйыл тәүге тапҡыр уҡ атыу буйынса ярыш уҙғарырға ҡарар ителде. Шуныһы ҡыуаныслы, положение раҫланғандан һуң, уҡ атыусылар ярышында Асҡар уҡыусыларынан тыш Ҡырҙас мәктәбе лә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Рәшит Нөғөмәнов етәкселегендә шөғөлләнә башлаған Айнур Игашурин менән Ирек Лоҡманов уҡ-һаҙаҡты боронғоса, муйылдан юнып яһаһа ла, алыҫлыҡҡа атыуҙа оҫтарған.

С. Фазлетдиновтың тәрбиәләнеүселәре Марат Ибраһимов, Азамат Һаҙыев, Рамаҙан Фәтхетдинов, Рияз Ғәбитов, Айназ Баймырҙин, Илнур Ғимранов, Фәнүр Әминев та ҡыҙыҡлы ярышта ҙур теләк менән ҡатнашты. Улар бер-береһен ҡеүәтләп, мәргәнлектәрен тикшерҙе. Балалар ике төркөмгә бүленеп 6 һәм 12 метрҙан сәпкә атты, аҙаҡ күмәкләп тороп, уҡтарын ялан уртаһында һыҙылған түңәрәктең эсенә тоҫҡаны. Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн, яу ҡоралын тергеҙеү ниәте яҡшы башланғыс алды, балаларға айырыуса оҡшаны. Уларҙы өс команда итеп бүлгәс, һөҙөмтәләр түбәндәгесә булды: беренсе урында — «Бөркөт», икенселә — «Йәнйегет», өсөнсөлә «Ҡара-таш» командаһы уҡсылары. Еңеүселәр грамоталарға һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.

— Уҡсылар хәрәкәтенә ҡушылыусылар артһа, атайҙар улдарының ҡыҙыҡһыныуын хуплап, уҡ-һаҙаҡ яһауҙа ярҙамлашһа, киләсәктә бындай ярыштарҙы һабантуй программаһына ла индерергә ниәтләйбеҙ, — тине Шайморат Азат улы.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: