+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Июнь 2018, 12:36

Беренселек — әбйәлилдәрҙә

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплепксында грэпплинг буйынса асыҡ республика чемпионаты үтте, унда 80-гә яҡын ир-егеттәр көс һынашты.

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында грэпплинг буйынса асыҡ республика чемпионаты үтте, унда 80-гә яҡын ир-егеттәр көс һынашты. Ярышты ойоштороуға һәм уны юғары кимәлдә үткәреүгә «Батыр» комплексы янында эшләп килгән «Баш бүре» командаһы, уның етәксеһе Шамил Ғиниәтов күп көс һалды.

Ярышты асыу тантанаһында Өфөнән килгән «Тархан», «РИО» (Силәбе өлкәһе), «Яугир» һәм «Абҙаҡ» (Белорет), «Старая крепость» (Сибай), «Самбо» (Тупаҡ), «Баш бүре» (Асҡар) командаларын Шамил Ғиниәтов, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Мусин тәбрикләне, егеттәргә еңеүҙәр теләне.

Ярыштарҙа ҡатнашҡан Силәбе ҡунағы, ошо спортта ҙур билдәлелек яулаған билдәле Александр Злобин алыштарҙы алып барыу техникаһын күрһәтте. Көн дауамында барған көсөргәнешле көрәштә спортсылар 66, 77, 88, 98 һәм унан юғарыраҡ ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. Әбйәлилдәрҙән үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында Тупаҡтан Батыр Хызыров менән Динис Йәрмөхәмәтов, Денис Шаһивәлиев («Баш бүре») беренселекте яуланы. «Баш бүре» командаһы тәрбиәләнеүселәре Фидан Исрафилов, Илгиз Әбделғазин, Урал Ғиниәтов үҙ төркөмдәрендә икенсе урынды алһа, Тупаҡтан Радмир Йәнтүрин, «Баш бүреләр» — Нургиз Ҡарамырҙин, Хәйҙәр Әхмәтғәлин, Таһир Баймөхәмәтов, өсөнсө урында. «Самбо» командаһынан Батыр Хызыров «Иң тиҙ алыш өсөн», Вилдан Ишбулатов «Еңеүгә ихтыяр өсөн» номинацияһында билдәләнделәр. «Көрәштең иң яҡшы техникаһы» тигән төп номинация Александр Злобинға (РИО) бирелде.

Грэпплинг буйынса ярыштың дөйөм һөҙөмтәләре буйынса рөхсәт ителгән бөтә ысулдарҙы оҫта ҡулланыуҙарын күрһәтеп, ярыш хужалары — Әбйәлил районы командаһы беренселекте яуланы.

Читайте нас: