+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Июнь 2018, 12:35

Һабантуй яңы исемдәр асты

«Хөрмәтле ҡунаҡтар, рәхим итеп ҡарағыҙ, һабантуй йәме — ат сабышы башлана!» — тигән иғлан яңғырау менән һабантуй майҙанына йыйылған барса халыҡ аттар ярышасаҡ түңәрәккә ағылды.

«Хөрмәтле ҡунаҡтар, рәхим итеп ҡарағыҙ, һабантуй йәме — ат сабышы башлана!» — тигән иғлан яңғырау менән һабантуй майҙанына йыйылған барса халыҡ аттар ярышасаҡ түңәрәккә ағылды. Быйыл ул төп майҙандан ситтә, кәртәләнгән урында уҙғарылыуы ла тамашасылар өсөн ҡыҙыҡ ине. Ат сабышын асыу мәртәбәһе Әбйәлилгә ҡунаҡҡа килгән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа бирелде.

«Атайым көтөүсе булды минең, шуға үҙем дә 4 йәшлек сағымдан һыбай мендем, — ти Зариф Закир улы. — Ғөмүмән, атта йөрөргә яратам, үҫмер сағымда һабантуйҙа ярыштарҙа йыш ҡатнаштым, беренсе урын алған мәлдәрем дә булды».

Быйылғы һабан байрамының тағы бер мауыҡтырғыс яңылығы пониҙар ярышы ине. Әкиәт персонаждары кеүек был йәтеш кенә хайуанҡайҙарҙың үҙҙәренә тәғәйен 600 метрлыҡ дистанцияны тырышып-тырмашып йүгереп үтеүҙәрен йылмаймайынса ҡарап булманы. Уларҙың сығышын йыйылған халыҡ ҡыуанып, алҡыштарға күмде. Белеүегеҙсә, районда эшләп килеүсе «Юрға» ат-спорт мәктәбендә Пончик ҡушаматлы ҡупшыҡай пони аҫрала. Ярышҡа ул үҙе генә түгел, уның былтыр тыуған ҡолоно Мустанг та сыҡҡайны. Әбйәлил намыҫын яҡлаусы бәләкәс аттарҙан тыш, түңәрәкте Магнитогорск ҡалаһы спорт мәктәбенең ап-аҡ ҡына пониҙары ла ураны. Шөкөр, Мустанг лайыҡлы сығыш яһаны, ул һыбайлыһы Артем Слесарев менән финиш һыҙығын беренсе булып үтте.

Ат сабышында ҡатнашыуға 54 (!) ат яҙылып, улар 4 заезда уҙышты. Пониҙарҙан һуң стартҡа 2 йәшлек башҡорт тоҡомло аттар баҫты. «Башҡорт аттарын үҫтереүсе һәп популярлаштырыусы мәктәп булараҡ, беҙ айырыуса ошо заезда ҡатнашырға тырышабыҙ, — тип һөйләй «Юрға» директоры Басир Дәүләтшин. — Бөгөн мәктәп исеменән беҙҙә ике йыл шөғөлләнеүсе Марат Шәрәфетдинов Тойота ҡушаматлы атта сығыш яһай, «Юрға»ның аттары һәр заезда ла ҡатнашасаҡ». 2800 метрға уҙышыусы аттар араһында беренселекте Белорет районы фермеры Р. Шөғүрованың Бүләк ҡушаматлы аты (һыбайлы Рамил Сәлихов) яуланы. Икенселә — Ярғанат (һыбайлы һәм шәхси хужалыҡ етәксеһе лә Альберт Ласынов), өсөнсөлә Я. Т. Таһиров КФХ-һынан Ураган (Назар Таһиров) килде.

Артабанғы, 4200 метрлыҡ дистанцияла 3 йәшкә тиклемге бөтә төр тоҡомло аттар ярышты. Бында ла «Юрға» шәп сығыш яһаны: спорт мәктәбенең Карка ҡушаматлы аты (Альфред Исламов) еңеүсе исемен алды. Икенселә Волчица исемле бейә (һыбайлы Наташа Монина, хужаһы З. Мөхөтдинов) килде. Ә өсөнсө урынды Ә. З. Итекәевтың Фатира ҡушаматлы аты (Айгиз Муллабаев) яуланы.

Киләһе заезд инде тәжрибәле, 3 йәштән олораҡ аттар өсөн ойошторолдо. 7000 метрлыҡ дистанцияла ауырлыҡ менән (ни тиһәң дә 5 әйләнеш үтер кәрәк бит!) Победа ҡушаматлы ат алдынғы булып сыҡты (уның хужаһы Ә. Итекәев). Икенсе урында И. Аҡмырҙин шәхси хужалығынан алдағы йылдарҙа ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән Верка (һыбайлы Артур Аҡмырҙин) булһа, өсөнсө урынды Азурт ҡушаматлы атында Винарис Вәлиев (И. Ишбаев КФХ-һы) алды.

Шулай итеп, ат сабышының иң мөһим, иң ауыр өлөшө — бәйге етте. Быйыл ул 12000 метр тәшкил итте. Элекке һабантуй-ҙарҙа бәйге тик үҙебеҙҙең район хужалыҡтары аттары өсөн, ябыҡ рәүештә уҙғарылһа, быйыл әбйәлилдәр ҡунаҡсыллығын күрһәтергә ҡарар итте: бәйгегә Белорет, Баймаҡ, Учалы, хатта Бөрйән районы аттары ла ҡатнашты. 9 ат араһында ярыш ҡыҙыу барҙы, тәүге өс әйләнештә лидер аттар яурынға-яурын терәп, типә-тиң сабышты. Аҙаҡ, хәлдән тайыусылар арттараҡ ҡала барҙы, ә теҙгенде тартып килгән һыбайлылар алға сыҡты. Шулай ҙа бөтә әйләнештә лә алдынғылыҡты бирмәй килгән Анкурҙың һуңғыһында буйлауы арҡаһында еңеүсе исеменән ҡолаҡ ҡағыуы үкенесле ине. Һөҙөмтәлә бәйге еңеүсеһе исемен һәм төп призды Учалы районы Р. Фәтхуллиндың хужалығынан Барон ҡушаматлы ат (һыбайлы Рәүеф Фәтхуллин) яуланы. Унан һис тә ҡалышмаған Белорет районынан килеүсе Карат (Р. Шөғүрова КФХ-һы, һыбайлы Альфред Мөхәмәтйәров) икенсегә сыҡты. Өсөнсөлә иһә былтырғы һабантуй чемпионы, йәрәхәтләнеүе арҡаһында ғына бар көсөнә саба алмаған «Юрға» ат-спорт мәктәбенән Олимп булды (һыбайлы Фәнис Мәсәлимов).

Волейболда ир-егеттәр араһында йылдан-йыл алдынғы килгән ДРСУ-Амангилде командаһы беренселекте ҡулдан ысҡындырманы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рауил командаһы еңеп сыҡты. 40 йәште уҙған спортсылар араһында ла ДРСУ уҙамандары еңеү яуланы.

Мини-футбол турниры өс йәш төркөмөндә уҙҙы. Һәм беренсе урындарҙы 17 йәшкә тиклемгеләр араһында «Ҡыҙыл» (Асҡар ауыл биләмәһе), 30 йәшкә тиклем һәм унан өлкән төркөмдәрҙә «Уралтау» (Асҡар) футболсылары яуланы.

Шахмат ярышында һабантуй чемпионы исемен Акрам Италмасов алды. Шахматсылар бынан тыш 5 һәм 15 минутлыҡ блиц-турнирҙа көс һынашып, Нуретдин Ишмөхәмәтов менән йәнә Акрам Италмасов беренселекте ҡулдан ысҡындырманы.

Шашка уйыны ла ҡыҙыу барҙы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: өсөнсө урын өсөн йәшлек һәм тәжрибә алышы күҙәтелде, Өфөнән килгән 7 йәшлек Илназ Иҙрисов менән Ишкилденән 63 йәшлек Исмәғил Шаһивәлиевтың осрашыуы ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә турнир кубогы Асҡарҙан Наил Сәйәховҡа тапшырылды.

Гер күтәреүселәр өс ауырлыҡ төркөмөндә ярышып, беренсе урындарҙы Руслан Вәлиев (Рысҡужа), Әмир Бикбов (Асҡар) һәм Ислам Яҡупов (Таштуй) яуланы.

Милли көрәш келәме янынан да һабантуй аҙағынаса тамашасылар өҙөлмәне. Ярыш яңы исемдәр асты, сөнки был спорт төрөндә лә күрше райондарҙан килгән ҡунаҡтар бар ине. «Бер нисә йыл рәттән һабантуйҙа үҫмерҙәрҙе лә көрәштерәбеҙ, — ти баш судья Рәйес Әбделғазин. — Улар тәжрибә туплаһын, өлкән көрәшселәрҙең алымдарын үҙләштерһен, билен нығытһын өсөн эшләнә был». Шулай итеп, үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә һабантуй батырҙары исеменә Динир Садиҡов, Тимур Талипов, Рөстәм Хәйбуллин (барыһы ла Ишбулды ауылы), Денис Шаһивәлиев (Дәүләт), Айгиз Баҡтыбаев (Баймаҡ), Ғәзиз Бикҡолов һәм Өлфәт Шөғүров (Ишбулды) лайыҡ булды. Артабан абсолют чемпион бүләге өсөн бил һынарға дүрт егет теләк белдерҙе һәм төп алыш былтырғы дәғүәселәр Денис менән Өлфәт араһында барҙы. Икеһе лә таһыллы, йәш көрәшселәргә бер-береһен һелтәүе еңелдән түгел ине. Шулай ҙа мәрәйҙәр һаны менән абсолют чемпион исеме Өлфәт Шөғүровҡа бирелде.

Армрестлинг өҫтәле янында мускулдарын уйнатҡан көслө егеттәр араһында беренсе урындар Раян Ғәлин (Ишҡол), Азамат Әсәҙуллин, Айҙар Садиҡов (Асҡар), Илшат Кинйәбулатов (Баймаҡ) һәм Зимфир Әсәҙуллинға (Сиҙәм) эләкте. Лапта уйынында Рауил (ҡатын-ҡыҙҙар) һәм Асҡар (ир-егеттәр) командалары еңеп сыҡты.

Теләктәре булғандар төрлө аттракциондарҙа ҡатнашып, дәрт алды. Йәштәр эштәре буйынса район комитеты ойошторған көс экстримы — ауырлығы тоннанан ашыу булған автомобилде ваҡытҡа урындан һөйрәтеүҙә ҡатнашыусылар һаны 40-ҡа етте. Шулай ҙа Михайловка батыры Ғәфүр Дәүләткирәевҡа тиңләшеүселәр булманы. Әйтергә кәрәк, йыуан беләкле ир-егеттәр менән бер рәттән машинаны тартырға теләүсе гүзәл зат та табылды. Шәрип ауылы һылыуы Лилиә Яныбаева автомобилде 10 метрға шылдырып, дәртләндереүсе призға лайыҡ булды.

Текә бағанаға ваҡытҡа менеүселәр араһында тейен тиҙлегендә иң осона менеп етеп, һөрәнләгән Билал ауылы егете Рушан Исҡаҡов төп бүләкте эләктерҙе. Ауыш ҡолғаға иң шәп үрмәләгән кешене бүләккә һарыҡ тәкәһе көтә ине һәм ул Ишбулды егете Марсель Фәттәховҡа тәтене.


Читайте нас: